Мораҙым
+12 °С
Ясно
ИҠТИСАД
6 Августа 2020, 13:15

Бөтәһе лә ниәтләгәнсә бара

“Тәүәкән” йәмғиәтенә бөтәһе 8604 гектарҙа сәселгән игенде урып алырға кәрәк, уның 1596 гектарын ужым арышы, 1080 гектарын ужым бойҙайы, 274 гектарын борсаҡ, 1856 гектарын һоло тәшкил итә. Унан тыш 4417 гектар күп йыллыҡ һәм бер үләндәрҙе сабып, 4500 тонна бесән һәм 8000 тонна сенаж әҙерләргә кәрәк.Ҡунаҡбаев иҫтәленә сортлы ужым арышын сабырға тәүгеләрҙән Волостновка бригадаһында төштөләр. Бында 160 гектарҙа сәселгән игенде комбайнсылар Ришат Рыҫмөхәмәтов (һүрәттә), Дим Вәлишин һәм Шакир Кинйәбаев тиҙ арала урып-һуғып та алды. Йөк машинаһы водителдәре Нурмөхәмәт Әбдрәхимов, Азамат Хәйбуллин бер-береһе менән ярыша-ярыша тәүәкән тогына үҫтерелгән уңышты ташып торҙо. Был баҫыуҙағы эштәрҙе тамамлап, комбайнсылар Волостновка ауылы эргәһендә сәселгән Орлан сортлы арпаны урып-йыйыу эшенә тотондо.

Республика аграрийҙары ужымға сәселгән иген культураларын урып-йыйыуҙы дауам итә. Бойҙай, тритикале һәм арышты сабырға 30-ҙан ашыу районда төштөләр тип хәбәр итә Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығынан.
Игендең тулайым уңышы буйынса Көйөргәҙе районы игенселәре алда бара, унда 16 мең тонна иген урып-һуғылған, игендең уңдырышлығы буйынса бүздәктәргә етеүсе юҡ, улар гектарынан 47 центрнер иген ала.
Быйыл һауа торошо үҫтерелгәнде йыйып алырға бер аҙ ҡамасаулай. Эҫе ямғырҙар алмашынып китте. Шуға күрә ауыл эшсәндәре һауа торошон иҫәпкә алып, башланған эште оло юғалтыуҙарһыҙ ғына тамамларға тырыша.
“Тәүәкән” йәмғиәтенә бөтәһе 8604 гектарҙа сәселгән игенде урып алырға кәрәк, уның 1596 гектарын ужым арышы, 1080 гектарын ужым бойҙайы, 274 гектарын борсаҡ, 1856 гектарын һоло тәшкил итә. Унан тыш 4417 гектар күп йыллыҡ һәм бер үләндәрҙе сабып, 4500 тонна бесән һәм 8000 тонна сенаж әҙерләргә кәрәк.
Ҡунаҡбаев иҫтәленә сортлы ужым арышын сабырға тәүгеләрҙән Волостновка бригадаһында төштөләр. Бында 160 гектарҙа сәселгән игенде комбайнсылар Ришат Рыҫмөхәмәтов (һүрәттә), Дим Вәлишин һәм Шакир Кинйәбаев тиҙ арала урып-һуғып та алды.
Йөк машинаһы водителдәре Нурмөхәмәт Әбдрәхимов, Азамат Хәйбуллин бер-береһе менән ярыша-ярыша тәүәкән тогына үҫтерелгән уңышты ташып торҙо. Был баҫыуҙағы эштәрҙе тамамлап, комбайнсылар Волостновка ауылы эргәһендә сәселгән Орлан сортлы арпаны урып-йыйыу эшенә тотондо. Ҡалдар ауылы янындағы 200 гектар ужым арышын сабып, йыйып алһалар, был яҡтарҙағы ураҡ эштәре тамамлана.
- Игендең дымлылығы 17 процент күрһәтә, ә норма 11-12, шуға күрә уны “ЗАВ-20” таҙартыу агрегаты, газ киптереү ҡоролмаһы аша үткәрҙек. Шунан һуң ғына үлсәп, һаҡлауға һалып ҡуйҙыҡ. Гектарынан 22 центнер алдыҡ, - тип билдәләне “Тәүәкән" йәмғиәте баш агрономы Азамат Хисмәтуллин.
Урып-һуғылған баҫыуҙарҙа мал аҙығы әҙерләүгә төштөләр. Тәжрибәле механизаторҙар Ирек сәғитов менән Ринат Юлдашбаев һалам преслай. Әҙер рулондарҙы Фәнүр Сәлихов, Кәрим Кәримовтың ҡеүәтле “Т-150”тракторына тейәп ебәрә. Ул үҙ сиратында уларҙы Волостовка фермаһына ташый. Көнөнә улар 200 рулон тирәһе мал аҙығы алып килә, тимәк, көндән-көн мал аҙығы запасы ла тулылана бара.
Дөйөм әйткәндә, ураҡ эштәрен тәүәкәндәр план буйынса ваҡытында тамамларға йыйына. Уның өсөн кәрәкле техника ла, башҡа мөмкинлектәр ҙә бар
Азамат ҒӘҘЕЛШИН.
Автор фотолары.
Читайте нас