+18 °С
Облачно


15 июлдә Рәсәй кинотеатрҙарында фильмдар күрһәтә башлауҙары ихтимал. Был хаҡта 25 июндә Волгоградҡа эш сәфәре барышында Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Ольга Любимова белдерҙе.
«Беҙ 15 июлгә иҫәп тотабыҙ, ул беҙҙең өсөн актуаль булып ҡала. Ләкин тәү сиратта Мәскәүҙең Мәҙәниәт департаменты менән аралашыуҙы дауам итәбеҙ, сөнки баш ҡалала кинотеатрҙар һәм тамашасылар бик күп», – тип белдерҙе Ольга Любимова.