Мораҙым
+18 °С
Облачно
ИҠТИСАД
19 Июня 2020, 05:15

Күмертауҙан күсеп китмәйҙәр

Күмертау моноҡалаһы иҡтисадын үҙгәртеп ҡороу һөҙөмтәһендә һуңғы ике йылда халыҡтың ситкә китеү күрһәткесе 10 тапҡырҙан ашыуға кәмегән. Йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә 25 резидент теркәлгән, тип хәбәр иттеләр Моноҡалаларҙы үҫтереү фондының матбуғат хеҙмәтенән. “2017 йылда Күмертауҙан 492 кеше, 2018 йылда – 190, ә былтыр иһә ни бары 12 кеше ситкә күсеп киткән”, – тиелә фондтың белдереүендә. Ҡасандыр ҡала иҡтисады төп етештереү үҙәге – Күмертау авиация предприятиеһына бәйле ине. Әле иһә май экстракцияһы заводы асылыу менән 500-гә яҡын кеше эш урыны тапҡан, завод төбәктәге иң әүҙем экспортлаусыларҙың береһенә әүерелгән. Бында тәүлегенә 4,2 мең тонна көнбағыш орлоғо эшкәртелә, йылына 180 мең тонна көнбағыш майы етештерелә. Предприятиеның экспорт өлөшө 90 процент тәшкил итә.

Күмертау моноҡалаһы иҡтисадын үҙгәртеп ҡороу һөҙөмтәһендә һуңғы ике йылда халыҡтың ситкә китеү күрһәткесе 10 тапҡырҙан ашыуға кәмегән. Йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә 25 резидент теркәлгән, тип хәбәр иттеләр Моноҡалаларҙы үҫтереү фондының матбуғат хеҙмәтенән. “2017 йылда Күмертауҙан 492 кеше, 2018 йылда – 190, ә былтыр иһә ни бары 12 кеше ситкә күсеп киткән”, – тиелә фондтың белдереүендә.
Ҡасандыр ҡала иҡтисады төп етештереү үҙәге – Күмертау авиация предприятиеһына бәйле ине. Әле иһә май экстракцияһы заводы асылыу менән 500-гә яҡын кеше эш урыны тапҡан, завод төбәктәге иң әүҙем экспортлаусыларҙың береһенә әүерелгән. Бында тәүлегенә 4,2 мең тонна көнбағыш орлоғо эшкәртелә, йылына 180 мең тонна көнбағыш майы етештерелә. Предприятиеның экспорт өлөшө 90 процент тәшкил итә.
Йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендәге резиденттарға һалым ташламалары бирелә. Былтыр декабрҙә ошондай ташламалар ҡаралған эшмәкәрлек төрҙәре исемлеге 22-нән 43-кә тиклем арттырылған. Унда шулай уҡ машиналар эшләү, фармацевтика, аҙыҡ-түлек етештереү, IT-технологиялар инә.

Фото: ktokumertau.ru
Читайте нас