Мораҙым
+13 °С
Облачно
ИҠТИСАД
8 Июня 2020, 09:11

Ниәттәре – сауҙа нөктәһе асыу

“Һорау ихтыяжды тыуҙыра”, тиҙәр. Район үҙәге – Мораҡта бер-нисә тиҫтә сауҙа нөктәһе булыуға ҡарамаҫтан, был йүнәлештә эш башларға теләүселәр бар әле. Бына, мәҫәлән, үткән аҙнала ойошторолған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә тағы ике йүнсел Мораҡта сауҙа нөктәләре асыу һорауы менән мөрәжәғәт итте.

“Һорау ихтыяжды тыуҙыра”, тиҙәр. Район үҙәге – Мораҡта бер-нисә тиҫтә сауҙа нөктәһе булыуға ҡарамаҫтан, был йүнәлештә эш башларға теләүселәр бар әле. Бына, мәҫәлән, үткән аҙнала ойошторолған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә тағы ике йүнсел Мораҡта сауҙа нөктәләре асыу һорауы менән мөрәжәғәт итте.
Уларҙың береһе – Мораҡтан Вадим Әлмөхәмәтов. Ул “Йәштәр” биҫтәһендә магазин асырға теләй, унда хәләл йүнәлешендәге аҙыҡ-түлек, шул иҫәптән урында етештерелгән продукция һәм хужалыҡ тауарҙары һатыласаҡ. Ике кеше эш менән тәьмин ителәсәк.
Комиссия ағзалары проектты хупланы, магазин өсөн участканы “Уралҡай” балалар баҡсаһы эргәһендә бирергә тип һөйләшелде. Ләкин сауҙа нөктәһенең мәғариф учреждениеһы эргәһендә урынлашыуын күҙ уңында тотоп, магазинда спиртлы эсемлектәр һәм табак изделиеларын һатырға ярамағанлығы тураһында иҫкәрттеләр. Вадим Сулпан улы спиртлы эсемлектәрҙе һатыу, ғөмүмән, эскелеккә, тәмәке тартыуға үҙенең дә ҡаршы булыуын, был эште хупламауын белдерҙе һәм ул асасаҡ магазинда хәмер, тәмәкенең һатылмаясағын вәғәҙәләне.
“Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нең икенсе ҡатнашыусыһы – Акмаль Нуретдинов. Ул да Мораҡ ауылында стационар булмаған объект – ябайлаштырып әйткәндә ваҡытлыса кибет ултыртып, аҙыҡ-түлек һатыу эшенә тотонорға уйлай. Эш башларға теләүсенең кибете әҙер, әммә уны урынлаштырыр өсөн ер участкаһына ҡағылған һорауҙы хәл итергә кәрәк. Акмаль Нуретдинов магазин ҡуйырға теләгән урында ер участкаһын биреү мөмкинлеге булмауын иҫәпкә алып, яуаплы белгестәргә башҡа ерҙән участка ҡарарға, эш башларға теләүсе эшҡыуарға ярҙам итергә ҡушылды.
Читайте нас