Мораҙым
+3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
14 Апрель 2020, 00:10

Март йомғаҡтары буйынса Башҡортостанда нимә айырыуса ныҡ ҡиммәтләнгән

Башстат республиканың аҙыҡ-түлек баҙарында шәкәргә (+20%) һәм ҡарабойҙайға (+14%) хаҡ артыуын теркәгән. Макаронға, онға, борсаҡҡа, ноҡот борсағына, дөгөгә, йомортҡаға хаҡ 3,5-6% күтәрелгән.

Башстат республиканың аҙыҡ-түлек баҙарында шәкәргә (+20%) һәм ҡарабойҙайға (+14%) хаҡ артыуын теркәгән. Макаронға, онға, борсаҡҡа, ноҡот борсағына, дөгөгә, йомортҡаға хаҡ 3,5-6% күтәрелгән.
Ҡаймаҡ, һөт ризыҡтары, сыр, пастеризацияланған һөт, йогурт 0,8-2,7% ҡиммәтләнгән.
Тары, манный, һоло һәм арпа бутҡаһы – 0,5-1,9%.
Көнбағыш һәм зәйтүн майына хаҡ – 2,8-4,7%, иткә һәм ҡош итенә, балыҡ һәм ит консерваларына уртаса 2,8-2,5% артҡан.
Йәшелсәнән картуф — 13%, кәбеҫтә, кишер, сөгөлдөр, помидор − 5,7-13,3%, башлы һуған – 28,4%, һарымһаҡ – 7,7%, банан, алма, виноград, лимон 3,4-9,0% ҡиммәтләнгән.
Ҡыяр − 40%, груша, әфлисун − 2% һәм 5,7% арзанайған.
Балыҡ ризыҡтарының ҡайһы бер төрҙәренә хаҡ − 0,5-3,8%, ыҫланған колбасаға − 5,5%, туңдырмаға, тортҡа, пакетлы сәйгә, ирей торған ҡәһүәгә 4-2,7% төшкән.
Һыра һәм илебеҙҙә етештерелгән шарап 0,7-2,8% арзанайған.
Читайте нас: