Башҡортостанда хеҙмәткәрҙәрҙе ҡыҫҡартыуға йәки предприятиеларҙың ябылыуына бәйле 1 962 кешенең эшһеҙ ҡалыуы ихтимал. «Рәсәйҙә эш» порталының 10 апрелгә мәғлүмәттәре шундай, унда предприятие-ойошмаларға хеҙмәт баҙарын күҙәтеү өсөн мәғлүмәттәр менән бүлешергә (287 мең кеше эшләй) тәҡдим ителә. Әлегә Башҡортостандың 3 946 ойошмаһы теркәлгән. Респондеттар һаны артыу менән картина тулыландырыла бара.
Порталдың 10 апрелгә мәғлүмәттәре буйынса, республикала 8 418 кеше ярты көн эшләй, 17 742 кеше эшләмәй, 1 275-е — эш хаҡы һаҡланмаған отпускыла, 33,5 меңе өйҙән эшләй.