Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
20 Март 2020, 18:35

Ҡортсолоҡ - килемле шөғөл

Ҡортсолоҡ – ситтән ҡарағанда ғына еңел эш, бар нескәлектәрен белеп, башкөлләй үҙеңде “нәҙкәйбил”дәргә арнамаһаң, был өлкәлә ҡолас ташлап эшләп китә алыуың икеле. Бөгөн район хакимиәтендә уҙған сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашыусы Стоногин Евгений Александрович иһә был өлкәлә ярайһы уҡ ҙур тәжрибә туплаған. Ул “Агростартап” республика программаһында ҡатнашып, дәүләт ярҙамын алырға һәм үҙ эшен тағы ла киңерәк йәйелдерергә – балауыҙ эшләүсе станок, транспорт алырға, умарталар һанын арттырырға хыяллана.

Ҡортсолоҡ – ярайһы уҡ килемле шөғөл. Шуны аңлап, был эшкә тотонорға теләгәндәр бихисап. Айырыуса һуңғы йылдарҙа умартасылыҡҡа иғтибар иткәндәр артҡандан-арта бара. Әммә, ситтән ҡарағанда ғына еңел был эш, бар нескәлектәрен белеп, башкөлләй үҙеңде “нәҙкәйбил”дәргә арнамаһаң, был өлкәлә ҡолас ташлап эшләп китә алыуың икеле. Бөгөн район хакимиәтендә уҙған сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашыусы Стоногин Евгений Александрович иһә был өлкәлә ярайһы уҡ ҙур тәжрибә туплаған.
Ул “Агростартап” республика программаһында ҡатнашып, дәүләт ярҙамын алырға һәм үҙ эшен тағы ла киңерәк йәйелдерергә – балауыҙ эшләүсе станок, транспорт алырға, умарталар һанын арттырырға хыяллана.
Читайте нас: