Мораҙым
+7 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
12 Февраль 2020, 14:02

«Башавтотранс» февралдән ҡала яны һәм муниципаль-ара маршруттарға хаҡтарҙы арттырҙы

«Башавтотранс» дәүләт ташыусыһы 1 февралдән ҡала яны һәм муниципаль-ара маршруттарға хаҡтарҙы арттырҙы. Ҡулаҡса һәм «Алға» картаһы буйынса билет хаҡы араһында айырма – 5-тән алып 20 һумға тиклем.Государственный перевозчик «Башавтотранс» с 1 февраля поднял цены на пригородные и межмуниципальные маршруты. Разница между стоимостью билета за наличный расчет и по карте «Алга» — от 5 до 20 рублей.

«Башавтотранс» дәүләт ташыусыһы 1 февралдән ҡала яны һәм муниципаль-ара маршруттарға хаҡтарҙы арттырҙы. Ҡулаҡса һәм «Алға» картаһы буйынса билет хаҡы араһында айырма – 5-тән алып 20 һумға тиклем.
Хаҡтарҙың артыуы айырыуса көн һайын баш ҡалаға эшкә йөрөгән Өфө агломерацияһы халҡына нығыраҡ һиҙелә. Әйтәйек, 108-се Үҙәк сауҙа комплексы – Урман хужалығы маршрутында хәҙер юл хаҡы 50 һум тәшкил итә («Алға» картаһы буйынса – 40). 164-се Өфө – Таптыҡ маршрутында Лекаревкаға хәтлем — 91 (72,8) һум,122-се Дан бульвары — Авдон — 55 (44) һум.
Краснокама, Яңауыл, Балтас, Тәтешле райондары маршруттарында ла хаҡтар күтәрелде. Хәҙер Нефтекаманан Николо-Березовкаға тиклем юл хаҡы ҡулаҡса менән иҫәпләшкәндә — 25 һум, «Алға» картаһы буйынса 18 һум тора, ә Нефтекаманан Яңауылға хәтлем — 100/80 һум.
281-се Стәрлетамаҡ — Золотоношка, 298-се Стәрлетамаҡ — Максимовка — Алға маршруттарында 1 саҡрым өсөн 2,5 һум, «Алға» картаһы буйынса ташлама — 10%.
Салауат – Мәләүез маршруттарында ла юл хаҡы үҙгәрҙе: 115 һум, карта буйынса 92 һум.
Мәләүездән Салауатҡа ҡулаҡса менән 115 һумға йәки карта буйынса 92 һумға барып етергә мөмкин, Мәләүездән Күмертауға: 60/48 һум.
Күмертау — Ермолаевка: ҡулаҡса менән иҫәпләшкәндә — 40 һум, «Алға» картаһы буйынса 32 һум; Күмертау — Маячный: 50/40 һум.
Ишембай — Воскресенск, Салауат — Нордовка — Федоровка, Салауат — Нордовка — Бала Сытырман — Федоровка маршруттарында 1 саҡрым өсөн 2,5 һум билдәләнде.
Ғафури районының барлыҡ маршруттарында тариф 1 саҡрым өсөн 2,4 һум тәшкил итә, «Алға» картаһы буйынса ташлама — 5%.
***************
Государственный перевозчик «Башавтотранс» с 1 февраля поднял цены на пригородные и межмуниципальные маршруты. Разница между стоимостью билета за наличный расчет и по карте «Алга» — от 5 до 20 рублей.
Более всего почувствуют повышение цен жители уфимской агломерации, которые ездят каждый день на работу в Уфу. Так, на маршруте № 108 ТК Центральный — Лесхоз стоимость проезда теперь составляет 50 рублей (по карте Алга — 40). На маршруте № 164т Уфа – Таптыково до Лекаревки — 91 (72,8) рублей, № 122 Бульвар Славы — Авдон — 55 (44) рублей.
Повысились цены и на маршрутах Краснокамского, Янаульского, Балтачевского, Татышлинского районов. Так, от Нефтекамска до Николо-Березовки проезд теперь стоит 25 рублей за наличный расчет и 18 руб. по карте «Алга», а от Нефтекамска до Янаула — 100/80 рублей.
На маршрутах №281 Стерлитамак — Золотоношка, №298 Стерлитамак — Максимовка — Алга установлен тариф 2,5 руб. за 1 км, скидка по карте «Алга» — 10%.
Также изменилась стоимость проезда на маршрутах Салават — Мелеуз: 115 рублей, по карте 92 рубля.
Из Мелеуза в Салават можно добраться за наличные 115 руб. или по карте за 92 руб.; из Мелеуза в Кумертау: 60/48 рублей.
Кумертау — Ермолаево: наличный расчет — 40 руб., по карте «Алга» 32 руб.; Кумертау — Маячный: 50/40 рублей.
На маршрутах Ишимбай — Воскресенск, Салават — Нордовка — Федоровка, Салават — Нордовка — Б. Четырман — Федоровка установлен тариф 2,5 руб. за 1 км.
На всех маршрутах Гафурийского района тариф составляет 2,4 руб. за 1 км, скидка по карте «Алга» — 5%.
Читайте нас: