Мораҙым
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
7 Февраль 2020, 18:50

Эш юҡ тип тормайҙар, үҙҙәре эш урыны булдыралар

Ауылдарҙа колхоз-совхоздарҙың гөрләп торған саҡтарын күптәр хәтерләйҙер әле. Малдарҙың күплегенән ауыл халҡына хатта йүнләп бесән әҙерләрлек, көтөү көтөрлөк тә ер ҡалмай торғайны. Шулай булмай һуң: ат һарайында ғына нисәмә тиҫтә йылҡы аҫралды, һәр фермала кәмендә йөҙләп баш һыйыр булды.Донъялар үҙгәреп киткәс, буш ҡалған кәртә-ҡуралар күңелдәрҙе моңһоу уйҙарға һалды. Фермаларҙа түгел, кеше шәхси хужалығында ла мал тоторға атлығып тормай шул.

Ауылдарҙа колхоз-совхоздарҙың гөрләп торған саҡтарын күптәр хәтерләйҙер әле. Малдарҙың күплегенән ауыл халҡына хатта йүнләп бесән әҙерләрлек, көтөү көтөрлөк тә ер ҡалмай торғайны. Шулай булмай һуң: ат һарайында ғына нисәмә тиҫтә йылҡы аҫралды, һәр фермала кәмендә йөҙләп баш һыйыр булды.
Донъялар үҙгәреп киткәс, буш ҡалған кәртә-ҡуралар күңелдәрҙе моңһоу уйҙарға һалды. Фермаларҙа түгел, кеше шәхси хужалығында ла мал тоторға атлығып тормай шул.
Шулай ҙа ҡыуанырға урын бар: ниһайәт, ауылдарҙа күпләп мал аҫрарға ынтылыусылар күбәйә. Дәүләт тарафынан ҡабул ителгән төрлө программалар ҙа быға йоғонто яһамай ҡалмайҙыр. Аҙна һайын район хакимиәтендә үткәрелә килгән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә лә был асыҡ күренә. Мәҫәлән, 6 февралдә уҙған кәңәшмәлә барлығы өс проект ҡаралды. Тәүгеләре - Ҡадир ауылынан Фаил Йосопов менән Теләүембәт ауылынан Руслан Фазлаев “Агростартап” проекты ярҙамында һыйыр фермалары асырға теләһә, Үрге Сирбайҙа йәшәүсе Рәфҡәт Ҡорбанаев менән Анна Бондарева аттар һанын арттырып, йылҡысылыҡ – ҡымыҙ һәм ит етештереү менән шөғөлләнергә ниәт ҡора.
Әйткәндәй, Ҡадир ауылынан йәнә өс кеше быға тиклем үк малсылыҡ менән шөғөлләнергә теләге барлығын белдереп, “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә мөрәжәғәт иткәйне.
Читайте нас: