Мораҙым
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
4 Февраль 2020, 00:21

Башҡортостанда федераль льготаға эйә булған 312 мең кешегә айлыҡ аҡсалата түләү индексацияланды

1 февралдән Башҡортостанда федераль льготаға хоҡуҡлы 312 мең кешегә айлыҡ аҡсалата түләү күләме 3 процентҡа индексацияланды, тип хәбәр иттеләр Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһенән.

1 февралдән Башҡортостанда федераль льготаға хоҡуҡлы 312 мең кешегә айлыҡ аҡсалата түләү күләме 3 процентҡа индексацияланды, тип хәбәр иттеләр Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһенән.

Индексация күләме 2019 йылғы инфляция кимәленән сығып билдәләнде.
Айлыҡ аҡсалата түләү составына ингән социаль хеҙмәттәр йыйылмаһы ла 3 процентҡа индексациялана. Хеҙмәттәр урынына аҡса алырға мөмкин.
Быйыл 1 февралдән аҡсалата йыйылманың хаҡы айына 1155,06 һум тәшкил итә.
Индексациянан һуң социаль хеҙмәттәр исемлеге түбәндәгесә була:
— дарыуҙар, медицина изделиелары һәм инвалид балалар өсөн махсус туҡланыу продукттары (аҡсалата — айына 889,66 һум);
— төп сирҙәрҙе иҫкәртеү өсөн шифахана-курорттарҙа дауала­ныуға юлламалар (аҡсалата — айына 137,63 һум);
— ҡала яны тимер юл, шулай уҡ ҡала-ара транспортында дауаланыуға бушлай барыу һәм ҡайтыу (аҡсалата – айына 127,77 һум).
Читайте нас: