Мораҙым
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
31 Ғинуар 2020, 11:25

Өфөлә автотранспорт колледжын ҡаланың икенсе районына күсереү мәсьәләһен ҡарайҙар

Өфө автотранспорт колледжы ҡаланың икенсе районына күсерелеүе ихтимал. Хөкүмәт премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров һәм Өфө хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин Башҡортостандың баш ҡалаһы буйлап эш сәфәре ваҡытында уҡыу йортона барҙы һәм автотранспорт колледжын артабан үҫтереү мөмкинлектәрен тикшерҙе.

Өфө автотранспорт колледжы ҡаланың икенсе районына күсерелеүе ихтимал. Хөкүмәт премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров һәм Өфө хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин Башҡортостандың баш ҡалаһы буйлап эш сәфәре ваҡытында уҡыу йортона барҙы һәм автотранспорт колледжын артабан үҫтереү мөмкинлектәрен тикшерҙе. 2019 йылдың авгусында Өфө автотранспорт колледжы етәкселеге ҡала хакимиәтендәге «Инвестиция сәғәте»ндә биналарҙы ҡала янына күсереү һәм буш участкала йорттар төҙөү тәҡдиме менән сығыш яһаны. 1930 йылда һалынған колледжды төҙөкләндереү урынына шәхси инвестор аҡсаһына ҡала ситендә яңы уҡыу комплексы төҙөргә, ә бушап ҡалған 4 гектар майҙанды торлаҡ төҙөлөшө өсөн файҙаланырға тигән тәҡдим яңғыраны.
Яңы урынға күсеү Көнсығыш сығыу юлы төҙөлөшөн тергеҙеү һәм Һалле урамын капиталь реконструкциялау менән дә бәйле булыуы мөмкин, уның бер осо уҡыу йортона килеп терәлә. Андрей Назаров һүҙҙәренсә, Өфө автотранспорт колледжы – Башҡортостандың бай тарихлы терәк урта уҡыу йорттарының береһе. Ул 90 йыл дауамында кадрҙар әҙерләү урыны булып тора. Колледжды һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү мәсьәләләре – хөкүмәт контролендә.
Декабрь аҙағында хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республика Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов колледжда Башҡорт дәүләт транспорт академияһын булдырыу тәҡдиме менән сығыш яһаны.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров башланғысты хупланы. Республикала бюджет урындары кәрәк, тип билдәләне ул.
Өфө автотранспорт колледжы 1930 йылда ойошторолған. Колледжда 2 203 студент уҡый.
Читайте нас: