Мораҙым
+3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
20 Ғинуар 2020, 13:45

Көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды

Уҙған аҙнала малсылыҡ буйынса сираттағы район семинар-кәңәшмәһе уҙҙы. Унда етәкселәр, зооветеринария белгестәре, ауыл хужалығы предприятиеларының ферма мөдирҙәре, район ветеринария станцияһы вәкилдәре, ауыл биләмәләре, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары башлыҡтары, һыйырҙарҙы яһалма ҡасырыу операторҙары ҡатнашты.

Уҙған аҙнала малсылыҡ буйынса сираттағы район семинар-кәңәшмәһе уҙҙы. Унда етәкселәр, зооветеринария белгестәре, ауыл хужалығы предприятиеларының ферма мөдирҙәре, район ветеринария станцияһы вәкилдәре, ауыл биләмәләре, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары башлыҡтары, һыйырҙарҙы яһалма ҡасырыу операторҙары ҡатнашты.
Сараның практик өлөшөндә барыһы ла “Тәүәкән” йәмғиәтенең Исем һәм “Күгәрсен агросәнәғәт берекмәһе” йәмғиәтенең Ҡаран һөт-тауар фермаларында булды һәм ундағы эш шарттары, һыйырҙарҙы һәм йәш малдарҙы ҡарау рәүеше, мал аҙығы базаһы, һөт-ит етештереү буйынса пландың үтәлеше, киләсәккә уй-ниәттәре менән танышты.
Кәңәшмә артабан Сапыҡ ауыл клубында дауам итте. “Тәүәкән” йәмғиәте директоры Урал Ибраһимов менән “Күгәрсен агросәнәғәт берекмәһе” йәмғиәте директоры Айрат Болғаиров үҙ хужалыҡтарының 2019 йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны һәм 2020 йылға билдәләнгән уй-ниәттәре менән бүлеште.
Район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге баш зоотехнигы Ғәли Айытов та малсылыҡ тармағының уҙған йыл һөҙөмтәләрен барланы, башланған йылға һәм 2024 йылға тиклемге осорға перспективалар хаҡында һөйләне.
Район ветеринария станцияһы начальнигы Алексей Шульгин эпизоотик ауырыуҙар, үткәрелгән саралар, ауыл хужалығы малдарын, эт-бесәйҙәрҙе идентификациялауҙағы яңы талаптар хаҡында бәйән итте. Ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Фәнис Сәйфетдинов ведомствоның 2020 йылға эш планы менән таныштырҙы.
Район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев алда торған сәсеү эштәренә, Мәләүез күп профилле колледжының Мораҡ филиалында механизаторҙар һәм белгестәр әҙерләүгә, элиталы орлоҡтар, минераль ашламалар, техника алыуға, һөт фермаларының продукцияһын етештереүҙе арттырыуға, бының өсөн эш шарттарын яҡшыртыу, лайыҡлы эш хаҡы түләү мәсьәләләренә айырым иғтибар бирергә саҡырҙы. Ул шулай уҡ ҡарауһыҙ мал, ташландыҡ эт-бесәй хаҡында ла һөйләп үтте һәм ауыл биләмәләре башлыҡтарына был һорау буйынса аныҡ эштәр алып барырға ҡушты.
Анатолий КАЗАКОВ.
Автор фотоһы.
Читайте нас: