Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
17 Ғинуар 2020, 19:30

Уңғандарға – йәшел ут

Һуңғы йылдарҙа үҙ эшен асырға теләгәндәр өсөн дәүләт ярҙамы һиҙелерлек артты. Бары тик дәрт-дарманың, көс-ҡеүәтең, тәүәкәллегең һәм иң мөһиме - эште дөрөҫ ойоштора белеү һәләтең, ынтылышың ғына булһын – ауыл ерендә лә бына тигән итеп йәшәргә, эшләргә була. Үҙеңә таныш өлкәлә эшеңде дауам итһәң, тағы ла яҡшыраҡ – өйрәнгән тармаҡты артабан алып китеүе, үҫтереүе күпкә еңелгә төшәсәк. Район хакимиәтендә уҙғарылған сираттағы инвестиция сәғәтенә килгән Хәбир Сләүчин да быға тиклем шөғөлләнгән эшен киңәйтергә ниәтләнә.

Һуңғы йылдарҙа үҙ эшен асырға теләгәндәр өсөн дәүләт ярҙамы һиҙелерлек артты. Бары тик дәрт-дарманың, көс-ҡеүәтең, тәүәкәллегең һәм иң мөһиме - эште дөрөҫ ойоштора белеү һәләтең, ынтылышың ғына булһын – ауыл ерендә лә бына тигән итеп йәшәргә, эшләргә була.
Үҙеңә таныш өлкәлә эшеңде дауам итһәң, тағы ла яҡшыраҡ – өйрәнгән тармаҡты артабан алып китеүе, үҫтереүе күпкә еңелгә төшәсәк. Район хакимиәтендә уҙғарылған сираттағы инвестиция сәғәтенә килгән Хәбир Сләүчин да быға тиклем шөғөлләнгән эшен киңәйтергә ниәтләнә. Фермерҙың Түбәнге Һапаш ауылындағы “Искәндәр” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте фермаһында әлеге көндә йөҙҙән ашыу мал аҫрала. Быйыл ул БР Ауыл хужалығы министрлығының “Агростартап” программаһы” грантында ҡатнашырға һәм үҙ аҡсаһын да ҡушып, субсидия ярҙамындаа 25 баш тана, “МТЗ” тракторы һатып алырға ниәтләй. Барыһы ла уңай килеп сыҡҡанда, Хәбир Миңнефәр улы 2 өҫтәмә эш урыны булдырасаҡ һәм алдағы йылдарҙа иттән тыш, һөт, май, ҡаймаҡ, ҡатыҡ, эремсек кеүек һөт продукттары етештереүҙе лә яйға һаласаҡ. Төрөү материалдары өсөн ҡорамал алынған да инде. Үҙҙәренең һыуытҡыстары ла бар.
Ошо уҡ кәңәшмәлә ҡаралған икенсе проектты Исем ауыл биләмәһендә йәшәүсе Сулпан Ибраһимов тәҡдим итте. Уның әлегә мал һаны артыҡ күп түгел: тиҫтәгә яҡын. Шулай ҙа ауыл хужалығы менән ныҡлап шөғөлләнергә, мал һанын арттырға ниәте ҙур. Ул да “Агростартап” программаһында ҡатнашырға һәм субсидия ярҙамында 20 баш симменталь тоҡомло мал, “МТЗ” тракторы, бесән сапҡыс, йыйғыс алырға уйлай. Сулпан Усман улына малдарын аҫрау, көтөү һәм бесән әҙерләү өсөн Гавриловка утары янындағы буш ятҡан ерҙәр тәҡдим ителде.
Проекттарҙың икеһе лә хупланды һәм уларҙы тиҙ арала тормошҡа ашырыу буйынса кәңәштәр бирелде.
Читайте нас: