Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
14 Ғинуар 2020, 13:15

Яңынан-яңы проекттарға юл асып

Беҙҙең район хакимиәтенә лә үҙ эштәрен асырға, артабан үҫтерергә теләгән эшҡыуарҙарҙан яңынан-яңы тәҡдимдәр килеүен дауам итә, районда, унан ситтә йәшәүсе йүнселдәр - төрлө йүнәлештә эш башларға теләүселәр үҙ проекттары менән мөрәжәғәт итә. Үткән аҙнала район хакимиәтендә уҙғарылған быйылғы йылдың тәүге “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә эшҡыуар Артур Йосоповтың Мораҡ ауылында сауҙа-етештереү майҙансығын булдырыу һорауы ҡаралды.

Иҡтисад һәр заманда ла тормош-көнкүрештең төп нигеҙен билдәләй. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары күп дәүләт ойошмалары менән бер рәттән илебеҙҙең иҡтисади ҡеүәтен нығытырға, тимәк, халыҡтың тормош-көнкүреш шарттарын яҡшыртырға ярҙам итә. Ошоларҙы күҙ уңында тотоп, республика Башлығы эшҡыуарҙарға үҙ эшен асырға, үҙ кәсебен булдырырға, үҫтерергә ярҙам итеү бурысын ҡуйҙы. Район-ҡала хакимиәттәрендә үткәрелгән “Эшҡыуарлыҡ сәғәттәре”- был йәһәттән алып барылған эҙмә-эҙлекле эштең мөһим бер йүнәлеше.
Беҙҙең район хакимиәтенә лә үҙ эштәрен асырға, артабан үҫтерергә теләгән эшҡыуарҙарҙан яңынан-яңы тәҡдимдәр килеүен дауам итә, районда, унан ситтә йәшәүсе йүнселдәр - төрлө йүнәлештә эш башларға теләүселәр үҙ проекттары менән мөрәжәғәт итә.
Үткән аҙнала район хакимиәтендә уҙғарылған быйылғы йылдың тәүге “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә эшҡыуар Артур Йосоповтың Мораҡ ауылында сауҙа-етештереү майҙансығын булдырыу һорауы ҡаралды.
Эшҡыуар үҙ эшмәкәрлеген район үҙәгендә башларға – сауҙа-етештереү базаһын төҙөргә уйлай, унда киләсәктә күмәртәләп-ваҡлап һатыу нөктәһе һәм етештереү цехы урынлашасаҡ. Артур Илдар улы бинаның бер өлөшөн ҙур сауҙа нөктәләренә ҡуртымға биреү мөмкинлеге барлығын да әйтеп үтте. Тик төҙөлөштө башлар өсөн ер участкаһына ҡағылған һорауҙы хәл итергә кәрәк. Инвестор бинаны төҙөү урыны итеп “Төньяҡ” биҫтәһендә урынлашҡан, буш торған элекке баҙар территорияһын ҡарай.
Мораҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Александр Жердев һүҙҙәре буйынса, мораҡтар 2020 йылда “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында ҡатнашасаҡ, әгәр конкурсты уңышлы үтһәләр, элекке баҙар урынының бер яғына спорт майҙансығы төҙөләсәк, икенсе яғы буш ҡаласаҡ.
Шулай уҡ эшҡыуар тиҙ генә ҡапҡылап алыу урынын һәм бер нисә сауҙа павильонын булдырыу өсөн Мораҡ үҙәгендә бер ҡатлы бина төҙөргә уйы барлығын белдерҙе. Теманы дауам итеп район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев киләһе йыл “Уңайлы ҡала мөхите” программаһы буйынса Мораҡ ауылында төҙөкләндереү эштәре дауам итәсәген, әлеге ваҡытта парк территорияһының эргә-тирәһен төҙөкләндереү концепцияһы әҙерләнеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Уның урынбаҫары Азамат Сәйфуллин парк эргәһендә бина төҙөргә уйы булған Артур Илдар улына проекттың эскизын эшләргә кәрәклеген әйтте. Ғайса Ғилмедин улы был һорау буйынса проектлаусылар, башҡа эшҡыуарҙарҙың да тәҡдимдәрен иҫәпкә алып, тағы ла бер һөйләшергә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Рөстәм Сәйетбатталов фотоһы.
Читайте нас: