Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
6 Ғинуар 2020, 13:35

Тәүәккәллек кәрәк был эштә

Район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев, уның урынбаҫарҙары, башҡа яуаплы вазифа биләгәндәр ҡатнашлығында уҙған сираттағы инвестиция сәғәтендә ҡошсолоҡ фермаһы асыу мәсьәләһе ҡаралды. Мөрәжәғәт итеүсе Илгиз Иҙрисов Мәҡсүт ауыл биләмәһендә урынлашҡан Иҡназар ауылындағы элекке фермала ҡошсолоҡ менән шөғөлләнергә теләй. Барыһы ла уңай килеп сыҡҡанда, инкубаторий алып, тәүге йыл ҡаҙ бәпкәләре менән бройлер себештәре баҫтырып сығарырға, киләһе йылдарҙа күркә, муллардтар үҫтерергә ниәтләй ул.

Үҙ эшеңде асыу, әлбиттә, еңел эш түгел. Эшләй белеү менән тырышлыҡ ҡына етмәй бында, алдан күрә белергә, тәүәккәл дә, сәмле лә булырға кәрәк. Ҡыуанысҡа күрә, дәүләт бындай аҙымға барғандарға һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә әҙер. Быны беҙ район хакимиәтендә аҙна һайын уҙғарылған “Инвестиция сәғәте”ндә лә асыҡ күрәбеҙ.
Район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев, уның урынбаҫарҙары, башҡа яуаплы вазифа биләгәндәр ҡатнашлығында уҙған сираттағы инвестиция сәғәтендә ҡошсолоҡ фермаһы асыу мәсьәләһе ҡаралды. Мөрәжәғәт итеүсе Илгиз Иҙрисов Мәҡсүт ауыл биләмәһендә урынлашҡан Иҡназар ауылындағы элекке фермала ҡошсолоҡ менән шөғөлләнергә теләй. Барыһы ла уңай килеп сыҡҡанда, инкубаторий алып, тәүге йыл ҡаҙ бәпкәләре менән бройлер себештәре баҫтырып сығарырға, киләһе йылдарҙа күркә, муллардтар үҫтерергә ниәтләй ул. Ике кешене эш менән тәьмин итеү мөмкинлеге лә буласаҡ. Үҙ аҡсаһын һалырға әҙер, шулай ҙа БР Ауыл хужалығы министрлығының “Агростартап” программаһы буйынса субсидия алғанда, эште башлап китеү күпкә еңел буласаҡ.
Мәҡсүт ауыл биләмәһе башлығы Әхмәтйән Вәлитов үҙ эшен асырға теләүсегә элекке “Октябрь” совхозының инкубаторы урынлашҡан бинаһын да ҡарарға тәҡдим итте, белгестәр иһә дәүләт ярҙамын алыу өсөн бизнес-проект төҙөргә, 1 февралгә тиклем документтарҙы әҙерләргә кәңәш бирҙе.
Читайте нас: