Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
6 Ғинуар 2020, 21:03

Башҡортостанда 10 миллиардер йәшәй

Шул тиклем кеше 2018 йыл өсөн 1 миллиардтан ашыу килемен декларациялаған.

Шул тиклем кеше 2018 йыл өсөн 1 миллиардтан ашыу килемен декларациялаған.
Федераль һалым хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, бюджетҡа уларҙан 72,3 миллион һум аҡса ингән. Был физик шәхестәрҙең килемдәренә булған һалымдың бюджетҡа ингән дөйөм суммаһынан (1,1 миллиард һум) 6,5 процент тәшкил итә.
Әйткәндәй, бер йыл элек Башҡортостанда 7 миллиардер иҫәпләнгән һәм физик шәхестәрҙең килемдәренә булған һалым улар өсөн ни бары 1 миллион һум булған. Тимәк, килемдәре миллиардтан артыҡ булған кешеләр һаны ғына түгел, ә уларҙың дөйөм байлыҡтары суммаһы ла артҡан.
Әйткәндәй, республикала автомобилдәренең хаҡы 3 миллион һумдан артҡан 1 774 машина хужаһы байлыҡҡа һалым түләй икән. Был һалымдарҙың дөйөм суммаһы 40 миллион һумға баҫҡан.
Шул да билдәле, Башҡортостанда иң ҙур транспорт һалымын 2017 йылда сыҡҡан Bentley Continental GT Speed автомобиле водителе түләгән. 642 ат көсө өсөн уға 264 825 һум һалым иҫәпләгәндәр.
Ә бит уйлап ҡарағанда, был сумма кемдеңдер йыллыҡ эш хаҡына тиң...
Автор: Самат Ғәлин
Читайте нас: