Башҡортостан Хөкүмәте хуплаған ҡарар проектына ярашлы, 2020 йылдан алты ҡатҡа тиклемге күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт өсөн түләүҙең минималь күләме — бер квадрат метр өсөн 6,9 һум (хәҙер – 5,2 һум), ә алты ҡаттан бейегерәк йорттарҙа бер квадрат метр өсөн 7,5 һум (хәҙер – 5,8 һум) була.
«Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙы ремонтлауға тарифтар — илдә иң түбәндәрҙең береһе, ставкалар 2014 йылдан бирле үҙгәрмәгән. Түләүҙең минималь күләме 46 төбәктә артҡан, 2020 йылда Рәсәйҙең тағы 27 субъектында тарифтар ҡиммәтләнә», — тине вице-премьер һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев.