Рәсәйҙә 2020 йылдан инфаркт, инсульт кисергән һәм йөрәгенә операция яһатҡан пациенттар бушлай дарыуҙар ала башлай. Был хаҡта һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова белдерҙе, тип хәбәр итә ТАСС.
«2020 йылдан алып киҫкен ҡан тамырҙары сирҙәре — кискен коронар синдромы, киҫкен миокард инфаркты, баш мейеһе ҡан әйләнеше һәм инсульттар, шулай уҡ йөрәгенә һәм ҡан тамырҙарына операциялар кисергән ауырыуҙар түләүһеҙ дарыуҙар менән тәьмин ителә», — тине Вероника Скворцова Закон сығарыусылар советында.