Киләһе йылда эшләмәгән пенсионерҙарҙың пенсияһы 6,6 процентҡа, уртаса бер мең һумға артасаҡ. Пенсияны арттырыу инвалидлыҡ буйынса һәм ҡараусыһын юғалтҡан (по потере кормильца) өсөн пенсия алыусыларға ҡағыласаҡ.
ЕДВ, НСУ һәм башҡа федераль льготалылар алған түләүҙәр ҙә артасаҡ. Уларҙы 1 февралдән индексациялау ҡаралған.
Дәүләт һәм социаль пенсиялар 1 апрелдән арттырыласаҡ.
“Түләү уртаса 16, 4 мең һум була”, - тип хәбәр итәләр Рәсәй Пенсия фондынан.
Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм инвалидтарына ла түләүҙәр арта. Уларҙың пенсияһы 39, 9 – 46, 5 мең һум буласаҡ.