Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
15 Декабрь 2019, 18:15

Башҡортостанға һөҙөмтәле эшләгән чиновниктарҙы дәртләндереү өсөн 99 миллион һум бүленә

Башҡортостанға субъекттарҙың башҡарма власть органдары эшмәкәрлеге күрһәткестәренә өлгәшкән өсөн федераль ҡаҙнанан 99 миллион һум бюджет-ара трансферт бүленә, тип хәбәр ителә Рәсәй Хөкүмәте сайтында.

Башҡортостанға субъекттарҙың башҡарма власть органдары эшмәкәрлеге күрһәткестәренә өлгәшкән өсөн федераль ҡаҙнанан 99 миллион һум бюджет-ара трансферт бүленә, тип хәбәр ителә Рәсәй Хөкүмәте сайтында.

Аҡса эштәре субъекттың һөҙөмтәлелек күрһәткестәренә: иҡтисади блокка, социаль блокка һәм эске сәйәсәт блогы күрһәткестәренә өлгәшергә ярҙам иткән ҡала һәм район хакимиәттәрен дәртләндереүгә йүнәлтелә.
Биш миллиард һум аҡса төбәк башҡарма власть органдарының һөҙөмтәлелек рейтингында 1-71 урынды алған төбәктәр араһында бүленгән. Ҡырым Республикаһы, Ҡабарҙа-Балҡар Республикаһы һәм Мәскәү иң яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән.
Бюджет-ара трансферттарҙың минималь күләме 2019 йылда юғары вазифалы кеше һайланып ҡуйылған йәки тәғәйенләнгән Федерация субъекттары өсөн 20 миллион һум тәшкил итә. Ҡалған субъекттар өсөн ул – 40 миллион һум. Трансферттың дөйөм күләме махсус формулалар буйынса билдәләнә.
Фото: Олег Яровиков
Сығанаҡ: http://www.bashinform.ru/bash/1391362/
Читайте нас: