Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы муниципаль районы хакимиәте, 2019 йылдың 12 мартында район хакимиәтенең 209-сы һанлы ҡарары менән раҫланған “2019-2024 йылдарға Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районы муниципаль районында кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм яҡлау “ муниципаль программаһы сиктәрендә 2019 йылдың 9 декабренән 18 декабренә тиклем финанс ярҙам алыуға кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарынан документтар ҡабул итә:
- бизнесты башлау стадияһында кесе эшҡыуарлыҡ субъекттарының планлаштырған сығымдарының бер өлөшөн финанс яҡтан тәьмин итеү маҡсатында субсидия биреүгә.
Документтар Мораҡ ауылы, Ленин урамы, 15 адресы буйынса 2-се бүлмәлә көн һайын (шәмбе, йәкшәмбе һәм байрам көндәренән тыш) иртәнге 9-ҙан киске 5-кә тиклем (төшкө 1-ҙән 2-гә тиклем – төшкө ашҡа тәнәфес) ҡабул ителә.
Ярҙам күрһәтеүҙең тәртибе, талаптары һәм шарттары тураһындағы тулы мәғлүмәт менән район хакимиәтенең рәсми сайтының (www. admkugarchi.bashkortostan.ru) “Эшҡыуарлыҡ” бүлегендә йәки район хакимиәтенең иҡтисади үҫеш һәм инвестициялар бүлегендә танышырға мөмкин.