Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
22 Ноябрь 2019, 16:40

Уңыштың һәр бөртөгө өсөн алыш бара

“Тәүәкән” йәмғиәтендә үҫтерелгән көнбағыш һәм кукуруздың һәр бөртөгө өсөн һауа торошо менән көсөргәнешле “алыш” бара. Аяҙ торған көндөң һәр минутын файҙаланып, ауыл эшсәндәре баҫыуға ашыға. Баҫыу караптары әлеге мәлдә Ҡасҡын һәм Яңауыл баҫыуҙарында 120 гектар майҙанда көнбағыш ура.

- Көн һайын эште иртәрәк башларға тырышабыҙ, төнгә тиклем эшләйбеҙ. Уңышты йыйып алыуға механизаторҙар Минефәр Ишҡолов, Шакир Кинйәбулатов, Роберт Вәлишиндар йәлеп ителгән. Урып һуғылғанды Ревал Әбдрәхимов, Константин Породькин, Сергей Белюшов келәткә ташый, икенсе участкала Дим Вәлишин, Александр Харламов, Илдус Мәҡсүтов һәм Владимир Мазанов тир түгә. Уларға “КамАЗ” водителдәре Салауат Аҫылбаев, Ғәйфулла Сәлихов һәм “КЛААС АРЕС” тракторында Владимир Харитонов һәм Йомабай Хайсаров ярҙам итә.
Көнбағышта дым күп, шуға күрә уларҙы киптереү һәм эшкәртеү эшенә ҙур иғтибар бирелә. Ул эш Тәүәкән һәм Яңы Петровка иген токтарында башҡарыла, унда мотористар Петр Кузнецов, Азат Баязитов, Вилдан Сәлихов, Илнур Яйыҡбаевтар тырышып эшләй. Водителдәр Айрат Садиҡов, Александр Кошкин, Салауат Әлмөхәмәтов, тейәгесле тракторҙарҙа Рәсил Абдуллин, Айнур Сәлихов, Роберт Ихсанов, Петр Студзинский, комбайнсылар Азат Әбдрәев, Николай Кобзев, Сулпан Ибраһимов, аппаратсы Фәйзулла Хәсәнов дөйөм эшкә үҙ өлөштәрен индерә.
Бөтәбеҙҙә лә бер уй-ниәт: ауыр хеҙмәт менән сәселгән уңышты юғалтыуҙарһыҙ йыйып алыу, - тип билдәләне хужалыҡтың баш агрономы Азамат Хисмәтуллин.
Читайте нас: