Мораҙым
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
21 Ноябрь 2019, 12:59

Рәсәй банкы: 50 һумлыҡ тимер аҡсаның әйләнешкә сығыуы ихтимал

Үҙәк банк 50 һумлыҡ тимер аҡса сығарыу кәрәклеген ҡарауы мөмкин, тип хәбәр итә «Газета.ru» Рәсәй банкының ҡулаҡса әйләнеше департаменты директоры урынбаҫары Владимир Демиденкоға һылтанма менән.

goodfon.ru

Үҙәк банк вәкиле аңлатыуынса, 50 һумлыҡ аҡса сығарыу өсөн вендинг индустрияһы вәкилдәре сығыш яһай (автоматлаштырылған системалар ярҙамында тауарҙар һәм хеҙмәттәр һатыу: сауҙа автоматтарын — ред. иҫк). Уларға бындай аҡса ҡайтарым биреү өсөн кәрәк.
Шуға ҡарамаҫтан, яңы тәңкә сығарғанда уның 20-30 йыл булһа ла хеҙмәт итәсәгенә ышаныу зарур, тип билдәләне Владимир Демиденко. Был ваҡыт эсендә аҡса һуғыу буйынса инвестицияларҙы ҡапларға мөмкин.
Әле Үҙәк банк ошо мәсьәләне өйрәнә. Әгәр 50 һумлыҡ тимер аҡсаға ихтыяж бар икән, уларҙы сығара башлауҙары ихтимал.
Читайте нас: