Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы 2 декабрҙә милек һалымын түләү кампанияһының тамамланыуы тураһында хәтергә төшөрә. 3 декабрҙән һалымын түләмәгәндәр бурыслы тип иҫәпләнә, уларға пеня өҫтәлә башлай. Был бурысты мәжбүри түләтеү сараларын ҡулланыуға, милеккә арест һалыуға, илдән сығыуҙы сикләүгә, башҡа эҙемтәләргә килтереүе мөмкин, тип аңлаттылар идаралыҡта.