Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
1 Ноябрь 2019, 13:36

Тротуар плиткаһы үҙебеҙҙә етештереләсәк

Тротуар плиткаһы үҙебеҙҙә етештереләсәк Һуңғы йылдарҙа ауыл-ҡалаларҙы тәртипкә килтереү, тышҡы йөҙөн матурлау, күп фатирлы йорттарҙың ихаталарын төҙөкләндереү, халыҡ өсөн уңайлыҡтар булдырыу эшенә ҙур иғтибар бирелә. Төбәктә был эш республиканы Радий Хәбиров етәкләгәс тағы ла йәнләнде. Киләһе йыл Башҡортостан Башлығы ҡул ҡуйған Указға ярашлы, Зауыҡлы биләмәләр йылы тип иғлан ителде. Тимәк, ауыл-ҡалаларҙың тышҡы йөҙөн формалаштырыу һәм төҙөкләндереү буйынса йәнә бик күп эштәр эшләнәсәк, халыҡтың уңайлығы өсөн шарттар булдырыласаҡ.

Һуңғы йылдарҙа ауыл-ҡалаларҙы тәртипкә килтереү, тышҡы йөҙөн матурлау, күп фатирлы йорттарҙың ихаталарын төҙөкләндереү, халыҡ өсөн уңайлыҡтар булдырыу эшенә ҙур иғтибар бирелә. Төбәктә был эш республиканы Радий Хәбиров етәкләгәс тағы ла йәнләнде. Киләһе йыл Башҡортостан Башлығы ҡул ҡуйған Указға ярашлы, Зауыҡлы биләмәләр йылы тип иғлан ителде. Тимәк, ауыл-ҡалаларҙың тышҡы йөҙөн формалаштырыу һәм төҙөкләндереү буйынса йәнә бик күп эштәр эшләнәсәк, халыҡтың уңайлығы өсөн шарттар булдырыласаҡ.
Районда күп кенә төҙөлөш эштәрен “УралСтрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (етәксеһе - Илшат Айытҡужин) алып бара. Улар быға тиклем әҙер төҙөлөш материалдары менән эш итә. Миҙгелендә тротуар плиткаһы, бордюр һәм башҡа шуның кеүек материалдарға ихтыяж ҙур булыуын иҫәпкә алып, улар үҙ эшмәкәрлектәрен киңерәк йәйелдереп, тротуар плиткаһы, уға оҡшаш материалдар, резина онтағын етештереү эшен башларға уйлай. Бына ошо проект ҡаралды ла инде район хакимиәтендә үткән сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә.
- Объекттарҙы төҙөгән, уларҙың тирә-яғын төҙөкләндергән ваҡытта – эштең иң ҡыҙыу мәлендә бетондан эшләнгән, резина онтағы кеүек материалдарға ихтыяж ҙур була. Тротуар плиткаһы әлеге мәлдә Мәләүез ҡалаһында ғына етештерелә, әммә уның күләме ҡыҙыу эш мәлендә бөтәһенә лә етмәй, беҙгә материал эҙләп тағы ла йырағыраҡ, хатта Ырымбур яҡтарына барырға тура килә.

Был өлкәгә яңылыҡ индерергә лә була, ябай плитка ғына түгел, 3D принтер һатып алып - индивидуаль заказ, фосфор ҡушымтаһын ҡулланып - төндә янып тороусы плиткалар эшләргә мөмкин. Беҙ плитка эшләү менән генә сикләнмәҫбеҙ тип уйлайым, бордюр, эскәмйәләр, урналар эшләргә тигән уй ҙа бар, - тип үҙ уй-фекерҙәре менән бүлеште ул.
Эшҡыуар плитка һәм башҡа материал эшләү өсөн кәрәкле ҡорамалдар һатып алған, 10 кешене эш менән тәьмин итергә уйлай.
Әлегә төп проблема урынлашыу урынына ҡайтып ҡала, Йомағужа ауыл биләмәһе хакимәте башлығы Рәшит Сабитов менән буш торған биналарға ҡағылған һорауҙы асыҡларғ
а кәрәк, әгәр бина менән килеп сыҡмаһа, ер участкаһы алыу һорауы ҡараласаҡ.
Район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев етәкселегендәге комиссия ағзалары эшҡыуарҙың тәҡдимен хупланы, был эште яйға һалғас, бүтән йүнәлештәрҙе ҡарау мөмкинлеге буйынса кәңәштәрен бирҙе.

Читайте нас: