Айырыуса помидор ҡиммәтләнде. Уның хаҡы 6,3% күтәрелде. Уртаса хаҡ — 71,94 һум. Ҡарабойҙай ярмаһы 5,3% ҡыйбатланды һәм хәҙер уның килограмы яҡынса 45,27 һум тора. Ит консерваларына хаҡ 3,8% күтәрелде. Хәҙер 350 грамм өсөн 128,1 һум түләргә кәрәк. Шулай уҡ ҡыяр — 2,9% (бер килограмы — 69,32 һум); көнбайыш майы — 2,6% (бер литры — 96,31 һум); кишер 2,4% (бер килограмы — 18,32 һум) ҡиммәтләнде, тип белдерҙе Башстат.
Ҡайһы бер аҙыҡ-түлек, киреһенсә, арзанайҙы. Аҡ күсәнле кәбеҫтәнең хаҡы 6,4% төштө һәм хәҙер уның бер килограмы 16,89 һум тәшкил итә. Шулай уҡ тары ярмаһы — 2,6% (бер килограмы — 69,61 һум), шәкәр — 1,9% (бер килограмы — 31,18 һум) осһоҙайҙы.