Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
22 Октябрь 2019, 00:02

Башҡортостанда хәмерҙән ағыуланып үлеү осраҡтары 7,1% кәмене

Башҡортостанда хәмерҙән ағыуланып үлеү осраҡтары 7,1% кәмене Ағымдағы йылдың 9 айында Башҡортостанда сәнәғәт етештереүе индексы 104,6% тәшкил итте. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестең 102,7% кимәлендә икәнен иҫәпкә алғанда, бының бик һәйбәт күрһәткес булыуын белдерҙе. Республиканың төҙөлөш комплексы күрһәткестәрен 2,7% яҡшыртты. Торлаҡты файҙаланыуға тапшырыу 1,5 миллион квадрат метрҙан ашты, был уҙған йылдың ошо уҡ осоро күрһәткестәренән 11% күберәк. Агросәнәғәт комплексында ыңғай тенденцияны һаҡлап ҡалыуға өлгәшелә, тип билдәләне республика етәксеһе. Ләкин, уның һүҙҙәренсә, күрһәткестәр үҫешенә сығырға кәрәк.

super.ua
super.ua
Ағымдағы йылдың 9 айында Башҡортостанда сәнәғәт етештереүе индексы 104,6% тәшкил итте. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестең 102,7% кимәлендә икәнен иҫәпкә алғанда, бының бик һәйбәт күрһәткес булыуын белдерҙе. Республиканың төҙөлөш комплексы күрһәткестәрен 2,7% яҡшыртты. Торлаҡты файҙаланыуға тапшырыу 1,5 миллион квадрат метрҙан ашты, был уҙған йылдың ошо уҡ осоро күрһәткестәренән 11% күберәк. Агросәнәғәт комплексында ыңғай тенденцияны һаҡлап ҡалыуға өлгәшелә, тип билдәләне республика етәксеһе. Ләкин, уның һүҙҙәренсә, күрһәткестәр үҫешенә сығырға кәрәк.
«Үҙебеҙҙең тәжрибәне, тәжрибәле кадрҙарҙың булыуын иҫәпкә алып, бында тағы ла әүҙемерәк эшләргә тейешбеҙ. Республика аграрийҙарға ярҙам күрһәтергә әҙер», —
тине Радий Хәбиров, хөкүмәт вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахмановҡа мөрәжәғәт итеп.
Башҡортостанда халыҡтың үлем осраҡтары 3,8% кәмене.
«Күрелгән саралар комплексы беҙгә 3 меңгә яҡын кеше ғүмерен ҡотҡарырға мөмкинлек бирҙе. Юл-транспорт ваҡиғаларында һәләк булыу осраҡтары 8,8% кәмене. Йәнә бер һан ҡыуандыра — хәмерҙән ағыуланып үлеү 7,1% аҙайҙы. Ә Рәсәйҙә был күрһәткес 14% артты, һәм, был, әлбиттә, шатландырмай. Был беҙҙә хоҡуҡ һаҡлаусыларҙың, муниципалитет башлыҡтарының, йәмәғәт ойошмаларының эштәре етди һөҙөмтәгә килтереүе хаҡында һөйләй», — тине республика башлығы.
Читайте нас: