Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
12 Октябрь 2019, 14:09

«ПОЛИЭФ» заводында авария: әлеге ваҡытҡа бына нимәләр билдәле

9 октябрҙә киске сәғәт 8 тирәһендә Благовещен янындағы «ПОЛИЭФ» заводында таҙартыу өсөн һаҡланған сәнәғәт ҡалдыҡтары резервуарының стенаһы емерелгән. Һөҙөмтәлә 8 мең кубометр химик матдә биләмәгә ағып төшкән. Резервуарҙа ҡалған 12 мең кубометрҙы резерв һыйымдарға тултырғандар.260 кеше аварияны бөтөрөү менән эштәре шөғөлләнә, 140 берәмек техника йәлеп ителгән. Урында Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, «ПОЛИЭФ» заводы, «Өфө һыу каналы» лабораториялары эшләй.

web.archive.org
web.archive.org
9 октябрҙә киске сәғәт 8 тирәһендә Благовещен янындағы «ПОЛИЭФ» заводында таҙартыу өсөн һаҡланған сәнәғәт ҡалдыҡтары резервуарының стенаһы емерелгән. Һөҙөмтәлә 8 мең кубометр химик матдә биләмәгә ағып төшкән. Резервуарҙа ҡалған 12 мең кубометрҙы резерв һыйымдарға тултырғандар.


260 кеше аварияны бөтөрөү менән эштәре шөғөлләнә, 140 берәмек техника йәлеп ителгән. Урында Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, «ПОЛИЭФ» заводы, «Өфө һыу каналы» лабораториялары эшләй.

«ПОЛИЭФ»та булған авария республика халҡына хәүеф менән янамай.

«Өфө һыу каналы» сәғәт һайын һыуҙы 105 күрһәткес буйынса тикшерә.



Хәлде Радий Хәбиров һәм республика прокуратураһы контролгә алған.


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был - йәй башынан «ПОЛИЭФ»тағы өсөнсө ғәҙәттән тыш хәл. Июлдә заводтың сәнәғәт ҡалдыҡтары Иҙәк йылғаһына ағып төшөп, балыҡтарҙың һәләк булыуына килтергәйне. Ә был аҙна башында Потеха йылғаһындағы дамба янында ниндәйҙер химик күбек тапҡандар.
Читайте нас: