Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
21 Сентябрь 2019, 22:06

Башҡортостанда газ заправкалары төҙөлә

Башҡортостанда газ заправкалары төҙөлә "Роснефть Газ яғыулыҡ компанияһы" ике миллиард һумдан ашыуыраҡ сығымдар йәлеп итеп республикала дүрт газ менән заправкалау станцияһы төҙөйәсәк. Был турала Радий Хәбиров рәйеслегендә үткән "Инвестиция сәғәтен"ндә билдәле булды.

"Роснефть Газ яғыулыҡ компанияһы" ике миллиард һумдан ашыуыраҡ сығымдар йәлеп итеп республикала дүрт газ менән заправкалау станцияһы төҙөйәсәк. Был турала Радий Хәбиров рәйеслегендә үткән "Инвестиция сәғәтен"ндә билдәле булды.


Инвестор һүҙҙәренә ҡарағанда, күләмле проекттың ғәмәлгә ашырылыуы юғары хеҙмәт хаҡы түләнәсәк эш урындары тыуҙырыу, шулай уҡ шәхси һәм коммуналь автомобиль техникаларын газ-мотор яғыулығына күберәк күсереү мөмкинлеге бирәсәк. "Роснефть" компанияһының был башланғысы 2026 йылға тиклем иҫәпләнгән.
Ошо ваҡыт эсендә 16 заправкалау станцияһы төҙөү күҙҙаллана. Әммә көтмәгәндә проблемалар ҙа хасил булған. Мәҫәлән, логистик яҡтан уңайлы урынлашҡан муниципалитет вәкилдәрендә ни өсөндөр инвестор килеүе ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырмаған. Радий Хәбиров был мәсьәләне урындарҙағы хакимиәт башлыҡтары менән бергәләп хәл итәсәген еткерҙе һәм төҙөләсәк станцияларҙы йылы йәмәғәт бәҙрәфтәре менән йыһазландырыу мөһимлеген билдәләне.
Автор: Илдар Байбулатов.
Читайте нас: