Ял көндәрендә республика игенселәре ашлыҡты тулайым йыйыу буйынса ике миллионлыҡ сикте үткән. Башҡортостанда 9 сентябргә барлыҡ иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары майҙандарының 64% йыйып алынған, 2,1 миллион тоннанан ашыу ашлыҡ һуғылған. Төбәктә бер гектарҙан уртаса уңыш 19,8 центнер тәшкил итә, тип хәбәр республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан.