2019 йылдың авгусында Өфөлә торлаҡтың квадрат метрының уртаса хаҡы 0,5% артҡан. ЦИАН порталы белгестәре мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостандың баш ҡалаһында бер «квадрат» бөгөн 72,5 мең һум тора. Июлдә был сумма 72,2 мең һумға тиң ине.
Шулай уҡ эксперттар һуңғы йылда Өфөлә бер квадрат метрҙың хаҡы 10% тигән һығымтаға килгән, 2018 йылдың авгусында иһә «квадрат» өсөн уртаса 66,2 мең һум һорағандар.