Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
9 Июль 2019, 09:41

“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты буйынса төбәк продукцияһы сит илгә сығасаҡ

Төбәк продукцияһына - киң майҙан Республика төбәк продукцияһын Аlibaba һәм Аmazon электрон майҙансыҡтарында урынлаштырыу өсөн үҙ аккаунтын раҫлай. Был хеҙмәт етештереүселәргә бушлай буласаҡ, эш “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты буйынса тормошҡа ашырыла. #ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Республика төбәк продукцияһын Аlibaba һәм Аmazon электрон майҙансыҡтарында урынлаштырыу өсөн үҙ аккаунтын раҫлай. Был хеҙмәт етештереүселәргә бушлай буласаҡ, эш “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты буйынса тормошҡа ашырыла.


Башҡортостандың бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына булышлыҡ итеүҙе координациялау үҙәге директоры Илдус Хәлитов әйтеүенсә, Аlibaba.com ресурсында – донъялағы иң ҙур В2В электрон майҙансығында – тиҙҙән Башҡортостандың витринаһы барлыҡҡа киләсәк. Унда республиканың тауар етештереүселәре үҙ продукцияһын бушлай урынлаштыра аласаҡ.


“Артабан Аmazon.com, Еuropages.com кеүек майҙансыҡтарға ла инәсәкбеҙ”, – тине үҙәк директоры.


Әлегә республикабыҙҙың 38 етештереүсеһе дөйөм суммаһы 240 миллион һумдан ашыулыҡ экспорт контракттары төҙөгән. Илдус Хәлитовтың әйтеүенсә, был эшмәкәрлектә БДБ һәм Евразия иҡтисади союзы илдәренә өҫтөнлөк бирелә.


Билдәле булыуынса, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты биш федераль проекттан тора: “Сәнәғәт экспорты”, “Агросәнәғәт комплексы продукцияһы экспорты”, “Халыҡ-ара сауҙа логистикаһы”, “Хеҙмәтләндереү экспорты”, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспортты үҫтереүҙең системалы саралары”.



Автор: Д. ИШМОРАТОВА.