Мораҙым
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
27 Июнь 2019, 12:05

Тәүәккәлдәр булдырыр

Үҙ эшеңде асыу ситтән ҡарағанда ҡатмарлы тойолһа ла, тәүәкәллек иткәндә уңышҡа өлгәшергә була. Бәхеткә күрә, дәүләт тә бындай аҙымға барғандарҙы хуплай һәм ошо юҫыҡта ярҙам күрһәтергә әҙер. Быны беҙ район хакимиәтендә аҙна һайын уҙғарылған “Инвестция сәғәте”ндә лә асыҡ күрәбеҙ. Сираттағы ултырышта Мораҡ ауылында йәшәүсе шәхси эшҡыуарҙарҙың проекттары ҡаралды. Тулыраҡ - беҙҙең рәсми сайтта уҡығыҙ

Үҙ эшеңде асыу ситтән ҡарағанда ҡатмарлы тойолһа ла, тәүәкәллек иткәндә уңышҡа өлгәшергә була. Бәхеткә күрә, дәүләт тә бындай аҙымға барғандарҙы хуплай һәм ошо юҫыҡта ярҙам күрһәтергә әҙер. Быны беҙ район хакимиәтендә аҙна һайын уҙғарылған “Инвестция сәғәте”ндә лә асыҡ күрәбеҙ.
Сираттағы ултырышта Мораҡ ауылында йәшәүсе шәхси эшҡыуар Наталья Чильдинованың проекты ҡаралды. Ул халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү өлкәһендә тәүге йыл ғына эшләмәй. Кейем тегеү һәм ремонтлау менән шөғөлләнгән ханым конкуренция ҙур ғына булыуына ҡарамаҫтан, үҙ клиенттарын тапҡан һәм улар араһында абруй ҡаҙанған.
Май айында шәхси эшҡыуар булараҡ теркәлдем. Заказ биреүселәрҙең талаптарына яуап биреү өсөн оҫта тегенселәр талап ителә, шундай ике-өс кешене табырға һәм улар өсөн эш шарттары булдырырға ине. Тимәк, яңы эш ҡорамалдары, мебель кәрәк буласаҡ. Был эшкә үҙ аҡсамды һаласаҡмын, кредит та алырмын, моғайын. Субсидия ла булһа, яҡшы булыр ине, - ти бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарын субсидиялау буйынса конкурста ҡатнашырға теләк белдергән шәхси эшҡыуар.
Уға ярҙам итергә ҡарар ителде, тимәк, ниәттәренән тайпылмаһа, Мораҡ ауылында йәнә бер кейем тегеү һәм ремонтлау буйынса ателье асыласаҡ.

***
Район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев иһә Азамат Марат улына ҡымыҙ, ит етештереү менән бер рәттән сабыш аттарына, атап әйткәндә, урындағы башҡорт тоҡомло аттарға ла иғтибар бирергә кәңәш бирҙе.

Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.

Азамат ҒӘҘЕЛШИН фотолары.
Читайте нас: