Мораҙым
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
22 Июнь 2019, 16:45

Башланды: Сибайҙа – инвестһабантуй!

Башланды: Сибайҙа – инвестһабантуй! Сибай ҡалаһында “Урал аръяғы-2019” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы башланды.

Сибай ҡалаһында “Урал аръяғы-2019” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы башланды.


Ойоштороусылар – Башҡортостан Башлығы Хакимиәте, Стратегик башланғыстар агентлығы, “Эшлекле Рәсәй” йәмәғәт ойошмаһы, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы.


Төп маҡсат – төбәккә инвесторҙар йәлеп итеү, бизнес өсөн уңайлы мөхит тыуҙырыу.


Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан һәм сит илдәрҙән килгән ҡунаҡтар Хәтер һәм ҡайғы көнө уңайынан Еңеү паркындағы Мәңгелек ут янында митингта ҡатнашты, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә ҡуйылған обелискка сәскәләр һалды. Бер минутлыҡ тынлыҡтан һуң республика етәксеһе Радий Хәбиров сығыш яһаны.

“Экология 2.0 Инвестиция үҫеше өсөн глобаль саҡырыуҙар һәм ҡеүәт” – бында тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм экологик хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, ҡалдыҡтарҙы рекультивациялау мәсьәләләре ҡарала.


Һорауҙарға секция спикерҙары, шул иҫәптән Башҡортостандың Хәүефһеҙлек эшмәкәрлеге ғилми-тикшереү институты директоры Лариса Белан, “Рәсәй экология операторы” компанияһы генераль директоры Дения Буцаев, Хорватия парламенты ағзаһы Иван Пернар ҡатнаша.


“Биләмә маркетингы халыҡ-ара тәжрибәһе” секцияһында Төркиә, Сербия, Болгария, Австрия илдәре сәйәсмәндәре һәм бизнесмендары үҙҙәренең иң яҡшы эш тәжрибә өлгөләре менән уртаҡлашты.

Автор: Кәримә УСМАНОВА. Сибай ҡалаһы.

Читайте нас: