ӨФӨ, 2019 йыл, 5 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
60 йәштән өлкән пассажирҙар алыҫ араға йөрөгән поездарҙа ташлама менән сәйәхәт итә ала. 5 июндән 60 йәштән өлкән пассажирҙарға биш процент ташлама менән юл йөрөү документтары һатыла башлай.
Купе вагондарына махсус тариф буйынса билет алырға мөмкин, тип хәбәр иттеләр компанияның матбуғат хеҙмәтенән. Ташламалы билет 2 сентябрҙән 25 декабргә тиклем дәүләт эсендә йөрөгән поездарға һатыла.
Электрон билет һатып алғанда пассажирҙың паспорт мәғлүмәттәрен һәм тыуған көнөн яҙғандан һуң автоматик рәүештә ташлама яһала.