Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
21 Май 2019, 13:36

Яҙҙың бер көнө йылды туйҙырыр

“Күгәрсен агросәнәғәт берекмәһе” йәмғиәте игенселәре бөртөклө һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы сәсеүҙе уңышлы тамамлай.

“Күгәрсен агросәнәғәт берекмәһе” йәмғиәте игенселәре бөртөклө һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы сәсеүҙе уңышлы тамамлай.

“К-744” тракторын йөрөтөүсе аталы –уллы Миңлеғәли һәм Илшат Рысаевтар (һүрәттә) “Агратор – 8500” сәсеү комплексында юғары һөҙөмтәләргә өлгәште. Улар ике сменала эшләй. Тәжрибәле водитель Сергей Нилов орлоҡ менән тәьмин итә.

Иртә ер һөрөүҙә Петр Чепенко менән Йондоҙ Булатов айырылып торҙо, улар көнбағыш майҙандарын эш итте.

Хужалыҡта юғары маржиналле култураларға – майлы етенгә һәм гәрсискә ҙур иғтибар бирелә. Быйыл тракторсылар Михаил Горянин менән Йондоҙ Булатов, “КамАЗ” водителе Марат Иҙрисов юғары уңышҡа нигеҙ һалды ла инде. Агротехник сараларҙы улар ваҡытында атҡарып сыҡты.

Дым ҡаплатыу, сәсеүлектәрҙе культивациялау һәм тигеҙләү эштәрен ике “Т-150” тракторында Анатолий Мельников, уның алмашсыһы Николай Фатун, Александр Пустошинский һәм Сергей Сурковтар башҡарҙы.

Анатолий КАЗАКОВ.

Автор фотоһы.
Читайте нас: