Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
21 Май 2019, 11:32

Аквапарк, тау саңғыһы – беҙҙә?

Туризм – республикала өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып ҡала килә. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда туризмды үҫтереүгә бәйле байтаҡ мәсьәләләр күтәрелә, махсус программалар ҡабул ителә. Уныһы аңлашыла ла, беҙҙең республикала Рәсәйҙең бүтән төбәктәренән, сит илдәрҙән килгән ҡунаҡтарға күрһәтер матур урындар күп, ғөмүмән, Башҡортостан - уникаль тәбиғәтле республика, ә тауҙарҙың, күлдәрҙең күплеге, климатының йомшаҡлығы туризм бизнесы өсөн ҙур мөмкинлектәр аса. Уҙған аҙнала район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев «Инвестиция сәғәте» форматында үткәргән сираттағы ултырышта шул йүнәлеште киңерәк йәйелдерер өсөн яңы мөмкинлектәр ҡаралды. Кәңәшмә эшендә район хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары, милеккә идара итеү комитеты, район хакимиәте вәкилдәре, туризм һәм ауыл хужалығы өлкәһенә инвестициялар һалырға әҙер эшҡыуарҙар һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары вәкилдәре ҡатнашты.

Туризм – республикала өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып ҡала килә. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда туризмды үҫтереүгә бәйле байтаҡ мәсьәләләр күтәрелә, махсус программалар ҡабул ителә. Уныһы аңлашыла ла, беҙҙең республикала Рәсәйҙең бүтән төбәктәренән, сит илдәрҙән килгән ҡунаҡтарға күрһәтер матур урындар күп, ғөмүмән, Башҡортостан - уникаль тәбиғәтле республика, ә тауҙарҙың, күлдәрҙең күплеге, климатының йомшаҡлығы туризм бизнесы өсөн ҙур мөмкинлектәр аса.

Уҙған аҙнала район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев «Инвестиция сәғәте» форматында үткәргән сираттағы ултырышта шул йүнәлеште киңерәк йәйелдерер өсөн яңы мөмкинлектәр ҡаралды. Кәңәшмә эшендә район хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары, милеккә идара итеү комитеты, район хакимиәте вәкилдәре, туризм һәм ауыл хужалығы өлкәһенә инвестициялар һалырға әҙер эшҡыуарҙар һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары вәкилдәре ҡатнашты.

Беҙҙең яҡтарҙа үҙенә хас уникаль тәбиғәте менән күптәрҙе таң ҡалдырған матур урындар бихисап. Һүҙ, әлбиттә, “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркы, Йомағужа һыуһаҡлағысы тураһында бара. Сит ил инвесторҙары – Германияның “Шефер-к” компанияһы беҙҙең яҡтарҙы тағы ла популярлаштырыр, туристар һанын арттырыр, әлегә эшләп килгән туристик майҙансыҡтарҙан йәй миҙгелендә генә түгел, ә йыл әйләнәһенә кеше өҙөлмәҫ урындар итер өсөн инвестициялар һалырға әҙер. Фирма делегацияһы тәүҙә “Мораҙым тарлауығы”, Йомағужа һыуһаҡлағысы, “Урман әкиәте”, “Башҡорт ауылы” турбазалары менән танышҡан һәм унда аквапарк, тау саңғыһы комплексы һәм күп ҡатлы ҡунаҡхана төҙөргә уйлай. ”Шефер-к” компанияһы директоры Георгий Маслий беҙҙең яҡтарҙы бик оҡшатҡан.

- Миңә һеҙҙең яҡтар бик оҡшаны. Шәп урындар! Был майҙандарҙа 1 млн ял итеүселәрҙе ҡабул итергә була, потенциал ҙур. Әлегә һеҙҙә әүҙем эшмәкәрлек тик йәй айҙарында ғына була, башҡа миҙгелдә майҙансыҡтар тик тора. Әгәр ябыҡ аквапарк, тау саңғыһы курорты төҙөлһә, халыҡ йыл әйләнәһенә өҙөлмәҫ ине, - тип үҙ пландары менән бүлеште ул. Курорттарҙы үҫтереү үҙ артынан бөтәһен дә әйҙәүен, районға ла иҡтисади яҡтан үҫешергә мөмкинлектәр биреүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. - Тик күп һанлы туристарҙы ҡабул итеү өсөн иң тәү сиратта инфраструктураны булдырыу зарур, тәүге планда юл, транспорт системаһы – мотлаҡ хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләләр.

Әгәр программа тормошҡа ашһа, район тәбиғәте халыҡ-ара кластағы ял һәм туризм зонаһына әүереләсәк.

Икенсе һорауҙы - “Бөрйән” кластерына ингән Үрге Бикҡужа ауылындағы “Башҡорт ауылы” турбазаһында тейешле инфраструктураны тәьмин итеүҙә килеп тыуған проблемаларҙы хәл итеүҙе республиканың “Инвестиция сәғәте”нә тәҡдим итергә ҡарар ителде.

Кәңәшмәнең артабанғы өлөшөндә һүҙ Йомағужа ауылында мал һуйыу цехын булдырыу тураһында барҙы. Крәҫтиән(фермер) хужалыҡтары башлыҡтары Альберт Әсәҙуллин менән Артур Кәримов Йомағужа ауылында мал һуйыу цехы асырға уйлай. Әле улар иҫке бинаны алып, унда ремонт эштәре башҡарған, тирә-яғын төҙөкләндергән. Сменаһына 5 баш эре һәм сусҡа малын һуйырға мөмкинлек бирәсәк цех халыҡҡа һәм хужалыҡтарға үҙ хеҙмәттәрен тәҡдим итәсәк. Артабан, эшмәкәрлек яйға һалынғас, улар ит эшкәртеү эшенә тотонорға уйлайҙар.

Розалия ИСҠУЖИНА.
Читайте нас: