Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
30 Апрель 2019, 13:00

Йүнселдәр, эшлеклеләр – үҙебеҙҙә!

Кешене бәләкәстән хыял йәшәтә, шуға бәйле ул киләсәккә маҡсат ҡуя, һөнәр һайлай, белем туплай. Әммә хыялдарына табан һуҡмаҡ һалғанда барыһы ла шыма бармайынса, етди ҡаршылыҡтарға осраһа, әсе тормош хәҡиҡәте алдында күптәре баҙап ҡалыусан. Тик йүнселдәр, эшлеклеләр барыбер әмәлен таба. Тырышлығын, Хоҙайҙан бирелгән һәләтен эшкә егеп, тормошта үҙ урынын тапҡан, улай ғына түгел, иңдәренә ҙур яуаплылыҡ алып башҡаларҙы эш менән тәьмин итеп, тирә-яҡ мөхиткә ҙур файҙа килтергән йәштәр үҙебеҙҙә лә бар. Шуларҙың береһе менән баҫмабыҙ дуҫтарын да таныштырып үтмәксебеҙ. Хәйер, хәләл ризыҡтары менән арбаусы “Изюм” кафеһы хужаһы Азамат Ильясовты белмәгәндәр һирәктер.


15 йыл элек ул, Мораҡ ауылы егете Азамат Миңнула улы, үҙе лә ҡасандыр эшҡыуар булып китермен тип башына ла килтермәгәндер. Белемгә сос, тыуған иле һәм халҡы тарихын тәрән ҡыҙыҡһыныу менән өйрәнгән киң даирәле уҡыусы 2003 йылда Мораҡ 1–се урта мәктәбен яҡшы билдәләргә генә тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетына уҡырға инә. Тырышлығы, төплө аң-белеме һөҙөмтәһен бирә – университетты ҡыҙыл дипломға тамамлай. Егеткә аспирантураға ҡалырға тәҡдим итәләр, ул ымһынып ҡуйһа ла, төптән уйлап баш тарта. Был мәлдә өйләнеп, ғаилә башлығы статусына эйә булғанға күрә, яҡындарының матди хәлен хәстәрләү бурысы өҫтәлә, ҡала ере айырыуса эшкә әрһеҙлекте талап итә.


Өфөлә 8-9 йыл йәшәгән дәүерендә дөйөм туҡланыу (общепит) өлкәһендә эшләү, башлыса кафела администратор хеҙмәтен йөкмәү, был тәңгәлдә уға ярайһы ҙур тәжрибә тупларға булышлыҡ итә. Әммә тыуған төбәк кемде генә үҙенә тартмай икән? Алты йыл элек Азамат та ғаиләһе менән тыуып-үҫкән төйәгенә ҡайтып төпләнә. Мәғариф өлкәһендә эш булмаҫмы тигән йәшерен өмөт тә күңелендә һүрелмәгән була әле... Тик был юҫыҡта уға ҡыуанырға тура килмәй.

Баш ҡалала хеҙмәт баҙары шарттарында сыныҡҡан тынғыһыҙ егет ҡул ҡаушырып ултыра буламы һуң инде? Дөйөм туҡланыу урындарында эшләгән осоронда был өлкәнең нескәлектәренә төшөнөп өлгөргән тәүәкәл ир-егет оҙаҡ баш ватмай, кафе асырға була. Ҡапҡылап алыу урындары былай ҙа етәрлек, ә ысын мосолмандарға тик хәләл ризыҡ ҡына тәҡдим иткәндәре юҡ. Алдан күрә белеү һәләтенә эйә эшҡыуар ота. КПМ янындағы “Оазис” кафеһы иҫегеҙҙәлер, ул хәләл йүнәлешендә эшләгән иң тәүге кафе булды, милли үҙенсәлекле ҡамыр аштары менән халыҡты ғына түгел, ә бөтә юлсыларҙы үҙенә йәлеп итте. Был кафе Азаматтың йәмәғәте менән бергә асҡан тәүге уртаҡ хеҙмәт емеше. Ҡалаларҙа ғына түгел, ауыл ерендә лә популяр булып киткән “шаурма” тигән туҡлыҡлы ризыҡтан да күгәрсендәр иң тәүге тапҡыр нәҡ ошо оҫта ҡулдар ярҙамында ауыҙ итте.

Йәмәғәте тигәндән... Әйтеүебеҙсә, Ильясовтарҙың элекке һәм бөгөнгө уңыштары, һөҙөмтәле эштәре – һоҡланғыс гүзәл парҙың берҙәм тырышлығы һөҙөмтәһе. Рәйлә Риф ҡыҙы әлегә 10 айлыҡ сабыйы Рәйхана менән өйҙә. Тик эшендә, мөһим мәсьәләләрҙе хәл иткәндә, тормошта... - һәр саҡ тормош иптәшенең уң ҡулы, яҡын кәңәшсеһе, рухи терәге. Өлкән улдары – 5 йәшлек Рамаҙан, икенсеһе – 3 йәшлек Ғүмәр балалар баҡсаһына йөрөй. Уңған хужабикә бәләкәстәрҙе – баҡсанан, ҡәҙерлеһен эштән яғымлы һүҙҙәре һәм тәмле-татлы аштары менән ҡаршы ала. “Атай” тип өҙөлөп тороусы өс сабыйы, “ҡәҙерлем” тип йән атыусы, иманлы һөйөклөһө, баш осонда шәхси ҡыйығы булғанда (йәштәр Ҡортйылға утарында йорт һалып, шунда төпләнергә булған), әлбиттә, Азаматтың тауҙар ҡыйратыр көс-дәрте, илһамы бар. Төп ҡәлғәһе ғаилә булһа, күңеле, бар булмышы менән кешелеккә ышанысы, ә ул ышанысты иман юлына баҫыу тыуҙыра, рухи яҡтан ныҡлы таянысы булып тора.


Үҙ ныҡышмаллығы, тырышлығы менән асҡан, ыратҡан эшендә баш етәксе булараҡ эшсәндәренә фарман биреп кенә ултырһа ла булыр ине лә... Юҡ! Азаматтың булмышы икенсерәк шул. Эштә көс-ғәйрәтле, яуҙа ут уйнатҡан боронғо башҡорттар, ата-бабаларыбыҙ рухы унда. “Изюм” кафеһы менән эше яйға һалынғас та, бизнесын киңерәк йәйелдереп ебәрергә лә тәүәккәллек таба ул йәмәғәте менән. “Полушка” супермаркеты эргәһендә хәләл ризыҡтан ярымфабрикаттар әҙерләү цехын, Мораҡ үҙәк район дауаханаһы (“Визит”, “Батыр” магазиндары рәтендә) янында “Изюминка-бистро”кафеһын аса. Эйе! Коллективы ла берҙәм һәм уңған, үҙе лә бер тик торғандарҙан түгел! Башҡорт милли аштарын ғына түгел, Европа һәм башҡа халыҡтарҙың төрлө аш-һыуҙарын үҙаллы өйрәнеп заказ буйынса әҙерләй, һатыуға сығара. Шаурмаһы айырыуса телде йоторлоҡ! Боронғоларҙың әйткәне бар бит: ир-ат ризыҡ әҙерләй башлаһа, фәрештәләр ҡанатын йәйер, тип. Егәрле етәксе үҙенең ҡул аҫтында эшләгән эшсәндәренә һәр яҡлап өлгө: һөнәрен яратыуы, мәҙәни кимәле, тәжрибәһе менән, шуға күрә лә асылыуына 5 йыл булған “Изюм” кафеһында клиенттарҙы хеҙмәтләндереүселәрҙең бер ҡараңғы йөҙөн күрмәҫһең! Администратор Анастасия Полонская, ашнаҡсы Лиана Тоҡомбәтоваларҙың намыҫлы хеҙмәтеп дә әйтеп үтеү яҙыҡ булмаҫ.



Хәләл ризыҡты һәм һау-сәләмәт тормошто һайлаусылар, Рәсәй эске эштәр бүлеге ҡаршыһында урынлашҡан “Изюм”, Мораҡ үҙәк район дауаханаһы эргәһендәге “Изюминка-бистро” кафеһына иртәнге 9-ҙан киске 11-гә тиклем рәхим итегеҙ! Бында дуҫтар, ғаилә менән ял итергә, өҫтәл уйындары уйнарға мөмкинлек бар.

Хөрмәтле дуҫтар! Шулай уҡ “Полушка” магазины эргәһендәге кафела хәләл ризыҡтарҙан әҙерләнгән ярымфабрикаттар һатып алырға була.

Һәм тағы ла! Үҙ эшенән, тормошонан сикһеҙ ҡәнәғәт Азамат Ильясов миҫалында шуға инанырға була: рух ныҡлығы, тынмаҫ илһам, көс-дәрт имандан, Хоҙайға һәм кешелеккә ихлас ышаныуҙан килә!


Гөлшат ВӘЛИЕВА.

Автор фотоһы.

Читайте нас: