Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
30 Ғинуар 2019, 14:12

Яңы кооператив – яңы мөмкинлектәр

Һуңғы ваҡытта районда ауыл хужалығы коперативтарын булдырыуға ҙур иғтибар бүленә, сөнки кооперативтарға берләшеүҙе заман үҙе үк талап итә. Хужалыҡтарҙа, ауыл халҡында продукция күпләп үҫтерелә, әммә уларҙы эшкәртеп, тейешле хаҡҡа һатыу ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Конкурентлыҡ көслө булған заманда ундай эште яңғыҙың атҡарып сығыу ҙа ҡыйынға тура килә. Ана шул маҡсатта – төбәктә урындағы халыҡ етештергән тауарҙарҙы һатыу буйынса тырышлыҡты берләштереү маҡсатында “Тәүәкән-ит” ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы ойошторолған да инде. Яңы предприятие тураһында кооператив рәйесе, “Иртөбәк агрофирмаһы” йәмғиәте директоры Александр Николаев һөйләй.

- Александр Геннадьевич, кооператив үҙ алдына ниндәй маҡсат, бурыстарҙы ҡуйҙы?
- Проекттың инициаторҙары нисәү?
- Бөтәһе 9 кеше. “Октябрь” кооперативы рәйесе Андрей Зиновьев, “Күгәрсен” агрофирмаһы” йәмғиәте директоры Дауыт Сәйетбатталов, “Иртөбәк агрофирмаһы” директоры Олег Николаев, “Криваткиндың крәҫтиән хужалығы”- Николай Криваткин, “Ҡалдар” – Заһир Ибраһимов, “Утар” – Азамат Айытҡолов, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары башлыҡтары Юнир Искәндәров, Игорь Казарин, Альберт Казбаков. Уларҙың 21880 гектар сәсеүлектәре һәм 2384 баш малы бар. Ә кооперативта 10 пайсы (Хәбир сләүчиндың крәҫтиән (фермер) хужалығы ла өҫтәлде).
- Һеҙ конкурста ҡатнаштығыҙмы?
- Эйе, беҙ конкурсҡа проект тәҡдим иттек һәм уны уңышлы яҡлап сыҡтыҡ, программа буйынса 2 млн 753 мең 612 һум күләмендә грант алдыҡ. Ул заманса ҡорамалдар: “Лада Ларгус” автомобиле базаһында рефрижератор, һыуытыу камералары, вакуумлы төрөүсе, һуйыу өсөн бысаҡтар, пресс-гранулятор, термокамера һәм башҡа кәрәк-яраҡтар алыуға тотоноласаҡ. Был проектты тормошҡа ашырыуға бөтәһе 3 млн 28 мең 976 һум аҡса тотонолдо, шуның 10 проценты ( 275 мең һум 364 һумы) үҙебеҙҙеке.
- Итте ҡайҙан алып торорға планлаштыраһығыҙ?
- Урындағы халыҡтан һәм хужалыҡтарҙан. Кооператив булдырыуҙың төп бурыстарының береһе - халыҡ үҫтергән малының файҙаһын күрһен, күпләп мал аҫрап, аҡса эшләй алһын өсөн эшләнде. Шулай уҡ ҡулланыусыларҙы үҙебеҙҙә үҫкән тәбиғи продукция – сифатлы ризыҡ менән тәьмин итеү. Иттең сифаты ла даими тикшерелеп торасаҡ, уның өсөн махсус лаборатория һәм ветеринария табибы бар.
- Етештерелгән продукцияның ассортименты ҙурмы?
- Беҙ һыуытылған һәм туңдырылыған боттар менән малдың дүрттән бер өлөшөн; блоктарҙағы һөйәкһеҙ итте, вакуум упаковкалағы полуфабрикаттарҙы ( субпродукттар, фарш, итле өлөш, рагу) тәҡдим итәсәкбеҙ.
- Һеҙ етештергән тауар ҡайҙа һатыласаҡ?
- Һатыу өсөн потенциаль майҙансыҡтар – ул, әлбиттә, ҙур булмаған махсус магазиндар. Әлегә тәүлегенә 1000 кг полуфабрикат етештерергә уйлайбыҙ. Шулай уҡ дәүләт программаһы шарттары буйынса беҙ йыл һайын күләмде 10 процентҡа арттыра барырға тейешбеҙ.
Киләсәктә беҙҙең проект үҙ һөҙөмтәләрен бирер, тип ышанабыҙ.

А.КАЗАКОВ.
Читайте нас: