Мораҙым
+20 °С
Облачно
ИҠТИСАД
9 Января 2019, 11:24

Рәсәйҙә ОСАГО тарифтары үҙгәрҙе

Рәсәйҙә яңы ОСАГО тарифтары ғәмәлгә инде, тип хәбәр итә ТАСС. 9 ғинуарҙан Рәсәй Үҙәк банкының автогражданлыҡ яуаплылығын мотлаҡ страховкалауҙа (ОСАГО) тариф коридорын өҫкә һәм аҫҡа 20% киңәйтеү тураһында күрһәтмәһе үҙ көсөнә инде. Физик берәмектәрҙең еңел автомобилдәре өсөн база тарифы ставкалары диапазоны әле 2746-4942 һум тәшкил итә. Быға тиклем ул 3432-4118 һум ине.

ӨФӨ, 2019 йыл, 9 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.
Рәсәйҙә яңы ОСАГО тарифтары ғәмәлгә инде, тип хәбәр итә ТАСС.
9 ғинуарҙан Рәсәй Үҙәк банкының автогражданлыҡ яуаплылығын мотлаҡ страховкалауҙа (ОСАГО) тариф коридорын өҫкә һәм аҫҡа 20% киңәйтеү тураһында күрһәтмәһе үҙ көсөнә инде. Физик берәмектәрҙең еңел автомобилдәре өсөн база тарифы ставкалары диапазоны әле 2746-4942 һум тәшкил итә. Быға тиклем ул 3432-4118 һум ине.
Бынан тыш, 9 ғинуарҙан водителдәрҙе стаж һәм йәш буйынса 58 категорияға бүлеү аныҡлана (ғәмәлдә дүртәү).
Ике йылға тиклем автомобиль йөрөтөү тәжрибәһенә эйә булған 16-21 йәшлек водителдәр өсөн максималь коэффициент арта — 1,8-ҙән 1,87-гә ҡәҙәр.
«Мультидрайв» полистары өсөн коэффициент та 1,8-ҙән 1,87-гә тиклем арта.
Бөгөндән стаж һәм йәш өсөн ташламалар ғәмәлгә инде. Иң ҙуры — 7% (0,93 коэффициентына тап килә) алты йыл стаждан башлап 59 йәштән өлкәнерәк водителдәр өсөн билдәләнә. Элекке ОСАГО системаһында стаж һәм йәш өсөн ташламалар булманы.
Бынан алда Рәсәй банкында яңы тарифтар индереү сәбәпле полистың уртаса хаҡы 1,5% артыуы ихтимал тип баһаланғайны. Рәсәй Автостраховкалаусылар союзы баһаһы буйынса, страховкалаусылар йыйымы үҫеше яҡынса 5% тәшкил итергә тейеш.
Шулай уҡ Рәсәй Үҙәк банкы күрһәтмәһенә ярашлы, 2019 йылдың 1 апреленән «бонус-малус» коэффициентын биреү системаһы үҙгәрә (аварияһыҙ йөрөгән өсөн ташлама һәм авария өсөн өҫтәмә).
Автоһәүәҫкәрҙәрҙең башҡа категориялары өсөн дә ОСАГО тарифтарының база ставкалары диапазоны үҙгәрә.
Мотоцикл һәм мотороллер хужалары өсөн тарифтар 10,9% кәмене һәм 867-1579 урынына 694-1047 тәшкил итә. Юридик берәмектәрҙең еңел автомобилдәре өсөн тарифтар 5,7% төштө һәм ғәмәлдәге 2573-3087 һум урынына 2058-2911 тәшкил итте.
Такси өсөн тариф коридоры ике яҡҡа ла киңәйә һәм элекке 5138-6166 һум урынына 4110-7399 тәшкил итә.
УФА, 9 янв 2019. /ИА «Башинформ», Галина Бахшиева/.
В России начинают действовать новые тарифы ОСАГО, сообщает ТАСС.
С 9 января вступает в силу указание Центробанка России о расширении тарифного коридора в ОСАГО на 20% вверх и вниз. Диапазон ставок базового тарифа для легковых автомобилей физлиц сейчас составляет 2746-4942 рублей вместо ранее действовавшего коридора 3432-4118 рублей.
Кроме того, с 9 января уточняется разделение водителей по стажу и возрасту на 58 категорий вместо прежних четырех.
Для водителей 16-21 лет со стажем управления автомобилем до двух лет увеличивается максимальный коэффициент — до 1,87 с 1,8.
Также с 1,8 до 1,87 увеличивается коэффициент для полисов «мультидрайв» (без ограничения числа допущенных к управлению водителей).
С сегодняшнего дня начинают действовать скидки за стаж и возраст. Самая большая — 7% (соответствует коэффициенту 0,93) устанавливается для водителей в возрасте от 59 лет со стажем от шести лет. Прежняя система ОСАГО скидок за стаж и возраст не предусматривала.
Ранее в Банке России оценивали, что средняя цена полиса из-за введения новых тарифов может вырасти не более чем на 1,5%. По оценкам Российского союза автостраховщиков (РСА), рост сборов страховщиков составит около 5%.
Также по указанию ЦБ РФ с 1 апреля 2019 года изменится система присвоения коэффициента «бонус-малус» (скидка за безаварийную езду и надбавка за аварии).
Диапазон базовых ставок тарифов ОСАГО меняется и для других категорий автовладельцев.
Для владельцев мотоциклов и мотороллеров тарифы снизились на 10,9% и составляют 694-1047 рублей вместо 867-1579 рублей. Для легковых автомобилей юридических лиц тарифы снизились на 5,7% и составили 2058-2911 рублей вместо ранее действовавшего диапазона 2573-3087 рублей.
Тарифный коридор для такси расширяется в обе стороны и составляет 4110-7399 рублей вместо прежних 5138-6166 рублей.
Читайте нас