Мораҙым
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
3 Ғинуар 2019, 16:12

Республикала өҫтәлгән хаҡҡа һалымдың артыуы сәбәпле электр энергияһына тарифтар ҡиммәтләнә

Башҡортостандың энергия һатыу компанияһы өҫтәлгән хаҡҡа һалымдың (НДС) 18-ҙән 20 процентҡа тиклем артыуына бәйле, 2019 йылдың 1 ғинуарынан электр энергияһына тарифтың күтәрелеүе тураһында хәбәр итә.

ӨФӨ, 2018 йыл, 28 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Башҡортостандың энергия һатыу компанияһы өҫтәлгән хаҡҡа һалымдың (НДС) 18-ҙән 20 процентҡа тиклем артыуына бәйле, 2019 йылдың 1 ғинуарынан электр энергияһына тарифтың күтәрелеүе тураһында хәбәр итә. Республиканың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты түбәндәге хаҡтарҙы билдәләне.
Газ плитәләре булған йорттарҙа тариф 5 тингә ҡиммәтләнә – 3,06 һум; электр плитәләре булған өйҙәрҙә өс тингә – 2,14 һум. Ауыл ерендә лә 1киловатт-сәғәт өсөн шундай уҡ хаҡ ҡаралған.
Газ тәьминәтле йорттарҙа ике ставкалы тариф – 3,62 һум көндөҙ һәм 2,46 һум төндә, электр плитәләр менән – 2,47 һум һәм 1,71 һум.
Әлеге тарифтар ярты йыл ғәмәлдә була. 1 июлдән ставкалар йәнә үҙгәрә: бер ставкалы тариф буйынса 3,17 һум һәм 2,22 һум.
Читайте нас: