Фрейзер Доэрти тураһында күптәрегеҙ ишеткәне-уҡығаны барҙыр. Шотландияла тыуған егет эшҡыуарлыҡ буйынса яңы ысул уйлап ҡаңғырмаған, үҫмер сағында өләсәһенең рецебы буйынса ҡайнатмалар эшләй башлаған.
Фрейзер 16 йәшендә мәктәпте ташлай ҙа, башкөллө эшкә сума. Аңлауығыҙса, юҡҡа түгел: хәҙер уның әйләнештә йөрөгән ҡайнатма банкалары йылына миллион ярым тәшкил итә. Әйткәндәй, ул – миллионер, уның капиталы ике миллион долларға баһалана.
Хәҙер Фрейзерға 30 йәш. Тиҫтерҙәре ваҡытын компьютер артында уйнап үткәргәндә, ул өләсәһе рецебы буйынса ҡайнатмалар әҙерләй. Буй еткергәс, дуҫтары яңы эш эҙләй башлағанда иһә ул ҡайнатмалар менән миллионлап аҡса эшләй.
Таныш булығыҙ - Фрейзи Доэрти, донъялағы иң йәш эшҡыуар.
Яңы быуын күптән “Пепси” эсмәй, уны iPhone, Facebook һәм Twitter ғына ҡыҙыҡһындыра. Тик 22 йәшлек шотланд бизнесмены Фрейзер Доэрти – башҡаларҙан эшҡыуарлыҡ холҡо менән айырылып тора.
Бөгөн бер нисә илдең меңләгән супермаркетын ҡайнатмалар менән тәьмин иткән “Супер Джем” компанияһының башланғыс капиталы шәкәр, емеш-еләк һәм биш доллар ғына була. Фрейзер уны 14 йәшендә аса.
- Минең ата-әсәйем антрепренер (йәғни, эшҡыуар) түгел, улар ябай эшсе. Эштәре лә ябай, аҡсалары ла күп түгел. Мин иһә 10 йәштә үк төрлө бизнес-идеялар уйлап сығарырға әүәҫ инем. Бер шулай ҡошсолоҡ фермаһы асмаҡ булып киттем, ҡош үрсетер өсөн таныш фермер ағайҙан бер ҡумта йомортҡа һорап алдым.
- Был мәлдә һинең дуҫтарың нимә менән шөғөлләнә ине? Уларға һинең мауығыуың сәйер тойолманымы икән?
- Улар уйын менән мәшғүл ине. Ә мине гел аҙыҡ-түлек ылыҡтырҙы. Кешенең нимә уйлауы, нимә тип әйтеүе мине бөтөнләй ҡыҙыҡһындырманы. Ҡайнатма, джем әҙерләп һатыу идеяһын дуҫтарыма һөйләгәс, улар тәүҙә аптыраны, шулай ҙа теләктәшлек белдерҙе.
- 13 йәшемдә баҙарҙа ит һатыусыға ярҙам иттем, күрше-тирәгә ул етештергән бекон, сосиски һаттым. Ул кеше - тормошомда осраған тәүге эшҡыуар ине, нәҡ ул мине һатыу, халыҡты хеҙмәтләндереү нескәлектәренә, серҙәренә өйрәтте. Тәү ҡарашҡа ябай ғына күренгән ҡайһы бер мәлдәр ҙә һатыу эшендә бик әһәмиәтле була икәнлеген аңлатты, һәр һатып алыусыға айырым иғтибар кәрәклеген төшөндөрҙө.
- Беренсе тапҡыр джемды нисек әҙерләнең?
- Өләсәйемдең ҡайнатма әҙерләгәнен күҙәтергә яраттым бала саҡтан. Джем кеүек тәмлекәстәрҙе ул йыш эшләне, беҙҙе һыйланы. Тәүге серҙәрен унан өйрәндем. Шулай уҡ кешеләр үҙ көсө менән тапҡан аҡсаһын йәлләмәй һатып алырлыҡ продукция уйлап сығарыу идеяһы ла ныҡ көслө ине. Беренсе ҡайнатма әҙер булғас, һыуынғанын да көтөп тормай күршеләргә йүгерҙем. Улар оҡшатты. Аҙаҡ аҙнаһына 12 банка ала башланылар. Ул ваҡытта ошо бәләкәй генә эшем ҙур компанияға әүерелер, ябай ғына ҡайнатма бөтә ил буйлап таралыр тигән уй башыма ла инеп сыҡмай ине.
- Һиңә ул ваҡытта кемдәр ярҙам итте?
- Тәүгеләрен үҙем эшләнем. Ағайым да ҡеүәтләп торҙо.Ул банкыға этикеткалар йәбештерергә лә ярҙам итте.
Ҡайнатмаларҙы мин Шотландиялағы бәләкәй магазиндарға, баҙарҙа һаттым. Тар ғына аш-һыу бүлмәһендә аҙна һайын 1000 банка джем әҙерләй торғайным.
- “SuperJam” аҡса килтергәнлеген ҡасан һиҙеп ҡалдың?
- Великобританиялағы иң ҙур “Waitrose” супермаркеты һатып алыусыларына үҙемдең идея тураһында һөйләгәс, был предприятиеның потенциалы көслө, киләсәге бар икәнлегенә инандым. Халыҡ консервант ҡушылмаған, экологик яҡтан таҙа емеш-еләктән әҙерләнгән джем-ҡайнатмаларҙы, һис шикһеҙ, һатып аласаҡ тип улар минең башланғысты хупланы.
- Тәбиғи ингридиенттарҙан ғына торған джем эшләү идеяһы нисек тыуҙы?
Фрейзерға реклама агенттары һәм заводтарҙы бергә эшләргә күндереү өсөн ике йыл кәрәк булған. 2006 йылға йәш эшҡыуар шәхси производствоһын асыр өсөн етәрлек аҡса туплап өлгөрә, 5 фунт бурысҡа алып тора.
- “SuperJam” компанияһына завод эҙләп табыу өсөн ни өсөн 2 йыл уҡ ваҡыт үтте?
- 16 йәшлек үҫмерҙең башына ошондай идея килеүе 100 йыллыҡ тарихы булған бай, ҙур компания етәкселәре аңламаны, ҡабул итә алманы. Шулай ҙа мин, етештергән продукцияларына халыҡ ихтыяжы кәмеп, ябылыу сигенә еткән бер заводты таптым, һәм уларға хеҙмәттәшлек итергә тәҡдим иттем. Джем етештереп улар матди хәлдәрен яҡшыртырға мөмкин икәнлеген аңлап, минең менән эшләргә ризалашты.
- Һин ҙур супермаркеттарға джем һата башлағас, йәмәғәтселек нисек ҡабул итте?
- “Waitrose” супермаркетында “SuperJam” продукцияһы презентацияһы үткәс, гәзит-журналдар, телевидение, радио яңылыҡтарында беҙҙең турала һөйләнеләр, интервью эшләнеләр, ток-шоуҙар үткәрҙеләр. Бөтәһе лә өләсәйемдең шәхси рецебы, уның сере менән ҡыҙыҡһынды, ә ул минең менән ысын ғорурлана.
- Һин ҙур компания президенты булып киткәндән һуң нимәләр үҙгәрҙе?
- Шәхси эш асыу – ҙур аҡса эшләп байығыу маҡсатынан түгел, ә кешеләрҙең яратҡан продукцияһын күпләп етештереү, үҙ эшен яратып башҡарған эшселәрҙе туплап, ҙур компания асыу һәм тауарҙан килгән килемде файҙа менән тотоноу, дөрөҫ итеп ҡулланыу теләгенән сыҡты.
- Өләсәйем бәлеш, икмәк бешерһә лә, джем ҡайнатһа ла, һәр ваҡыт ололарға өлөш сығарҙы, ҡарттар йортона күстәнәс итеп алып барҙы. Ағайым менән мине лә ала торғайны. Ағайым гитарала уйнай, мин төрлө ҡыҙыҡлы тарихтар һөйләйем. Өләсәйем һабағынан сығып, мин дә яҡшылыҡ, изгелек эшләү, дөрөҫ йәшәү теләге менән йәшәйем. Ике йыл буйы ололар өсөн хәйриә табындары ойошторабыҙ. Улар тәмле бәлештәр, джем менән һыйланып, сәй эсеп, йырлап-бейеп күңел асып, ваҡыттарын матур үткәреп ҡайта.
Ошондай сараны, бәлки, Рәсәйҙә лә үткәреп булыр тип өмөтләнәм.
- Бергә эшләрлек кешеләрҙе нисек һайлайһың?
- Минең компанияға хеҙмәткәрҙәремдең күптәре үҙҙәре килде. Һатыусылар, һатып алыусылар, ябай эшселәр менән аралашыуҙың иң яҡшы ысулы – ғәҙел булыу. Башҡа һыймаҫлыҡ идеялар менән уртаҡлашҡанда ла һәр ваҡыт алсаҡ, эскерһеҙ булырға тырыштым. Яңы идеяны тормошҡа ашырыу процесына ябай эшселәрҙе лә йәлеп итһәң, ул идея уларға ла “үҙ балаһылай” яҡын була һәм эш тә шунлыҡтан ырай, бәрәкәтле була.
- Халыҡ-ара баҙарға ҡасан сыҡтың һәм продукция ҡайҙа яҡшы һатыла?
- Бөгөн “SuperJam” 6 илдә һатыла. Данияның 400 супермаркетын тәьмин итәбеҙ. Ул, Великобританиянан ҡала, беҙҙең өсөн иң уңышлы баҙарҙың береһе. Күптән түгел Рәсәйгә лә сыҡтыҡ. Мине унда төрлө университеттарға эшҡыуарлыҡ тарихымды һөйләргә лә саҡырҙылар, Рәсәй телетапшырыуында джем әҙерләп тә күһәттем.
- Һинеңсә йәш эшҡыуарҙарҙың өҫтөнлөгө нимәлә?
- Аҡсаң да, тәжрибәң дә булмағанда, идеяның киләсәкле икәнлегенә ышандырыуы ла ауыр, әлбиттә. Шулай ҙа йәштәр донъяны асыҡ күрә һәм уларҙың юғалтырлыҡ нәмәһе бик юҡ та. Башланғысың уңышһыҙлыҡҡа юлыҡһа ла, борсолорға урын юҡ - һин йәш, кредиттарың юҡ, ғаилә лә ҡормағанһың. Идеяларың емерелһә лә, ҡайғыраһы түгел, икенсеһенә, унан өсөнсөһөн тормошҡа ашырыуға тотонорға ғына кәрәк.
Фрейзер 2010 йылда “The SuperJam Cookbook” рецептар китабын баҫтыра. Унда төрлө печенье, ҡайнатма, десерт рецептары бирелә. 2011 йылда донъя күргән икенсе китабы иһә тулыһынса бизнесҡа арналған. Үҙ эшен асырға теләүселәргә шәхси тәжрибәһенән сығып төрлө кәңәштәр бирә ул китабында.
Фрейзерҙың фекеренсә, балаларҙы эшҡыуарлыҡҡа, бизнесҡа ылыҡтырыу өсөн төрлө уңышлы бизнесмендар менән осраштырып, уларҙың тәжрибәһен өйрәтергә, ҡыҙыҡһындырырға, бизнес-идеяларын (хатта тәү ҡарашҡа ҡабул итерлек булмаһа ла) тормошҡа ашырырға ярҙам итергә, мәктәп менән берлектә эшләргә, өйрәтергә кәрәк.
Йәштәргә ул ҡурҡмаҫҡа, ҡыйыу булырға, бер башлаған эшеңде еренә еткерергә, оялмаҫҡа һәм ҡайһы саҡта кәңәш-тәҡдимдәргә лә ҡолаҡ һалырға кәңәш итә.
Айгөл АЙЫТҠОЛОВА әҙерләне.