Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
1 Ғинуар 2019, 17:17

Малсылар хеҙмәтен данлап

“Тәүәкән” йәмғиәтендә иң оҫта машина менән һауыу һәм һыйырҙарҙы яһалма ҡасырыу операторҙарын тәбрикләү тантанаһы уҙҙы. Унда ауыл хужалығы алдынғылары, етәкселәр, район фермалары мөдирҙәре ҡатнашты.

“Тәүәкән” йәмғиәтендә иң оҫта машина менән һауыу һәм һыйырҙарҙы яһалма ҡасырыу операторҙарын тәбрикләү тантанаһы уҙҙы. Унда ауыл хужалығы алдынғылары, етәкселәр, район фермалары мөдирҙәре ҡатнашты.

Район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев залдағыларға тырыш хеҙмәттәре өсөн ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, малсыларҙың уңыштарын һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм эш һөҙөмтәлелеген арттырыуҙың артабанғы йүнәлешен билдәләне. Эш һәм ял итеү өсөн яҡшы шарттар тыуҙырыуға, эш хаҡын арттырыуға, сәнәғәтте киңәйтеүгә айырым иғтибар бүлергә саҡырҙы. Әйткәндәй, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың үҙенең Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә лә был хаҡта айырым әйтелде.

Ғайса Ғилметдин улы алдынғыларға район хакимиәтенең рәхмәт хаттарын һәм премиялар, иң яҡшы ҡыҙыл мөйөш конкурсы еңеүселәренә дипломдар, телевизорҙар һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы.

“Тәүәкән” йәмғиәте директоры Урал Ибраһимов та намыҫлы хеҙмәт иткән һәм юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән хеҙмәткәрҙәрен – быҙау ҡараусы Гөлнур Кәбированы, малсы Ришат Ишемғоловты, ат фермаһы мөдире Әмир Харрасовты, ҡаҙ ҡарау буйынса оператор Наилә Йәнбәкованы, һөт эшкәртеү цехы лаборанты Айгөл Шаһивәлиеваны, электрик Айрат Рысаевты, Ибрай фермаһы мөдире Ришат Хәмитовты, көнбағыш эшкәртеү цехы операторы Шәһит Ғафаровты, слесарь Рәфит Рафиҡовты шулай уҡ аҡсалата премия менән һөйөндөрҙө.

Район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлегенең баш зоотехнигы Ғәли Айытов, “Күгәрсен агросәнәғәт берекмәһе” йәмғиәте директоры Айрат Болғаиров, “Иртөбәк” йәмғиәтенең башҡарма директоры Олег Николаев, “Октябрь” кооперативы рәйесе Андрей Зиновьев, “Чапаев исемендәге колхоз” кооперативы рәйесе Владимир Храповицкий, “Криваткин” крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Николай Криваткин һәм, әлбиттә, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҙа хеҙмәт алдынғыларына үҙҙәренең ҡотлау һүҙҙәрен һәм иң изге теләктәрен юлланы. Район мәҙәниәт һарайы артистарының күңелле йыр-моңдары иһә байрамға тағы ла сағыуыраҡ төҫ өҫтәне.

Анатолий КАЗАКОВ.

Автор фотолары.
Читайте нас: