Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
26 Ноябрь 2018, 17:49

Район үҙәгендә – яңы объект

Мораҡ ауылында аҙна башы матур хәл-ваҡиғанан башланып китте. Район электр станцияһынан алыҫ түгел, “Төньяҡ” аҙыҡ-түлек магазинына юл аша урынлашҡан яңы объект – “Башэлектросбыт” офисын тантаналы асыу сараһы үтте.

Мораҡ ауылында аҙна башы матур хәл-ваҡиғанан башланып китте. Район электр станцияһынан алыҫ түгел, “Төньяҡ” аҙыҡ-түлек магазинына юл аша урынлашҡан яңы объект – “Башэлектросбыт” офисын тантаналы асыу сараһы үтте.

Республикабыҙҙың халҡын электр энергияһы менән тәьмин итеүсе ҙур “Башэлектросбыт” компанияһы (клиент базаһы миллион ярым физик һәм 50 меңләп юридик шәхесте тәшкил итә) һәм Мораҡ ауылы ғына түгел, район халҡы өсөн әһәмиәтле сарала Башҡортостандың энергетик һатыу компанияһы йәмғиәтенең (ООО“ЭСКБ”) генераль директоры Андрей Травкин, район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев, “Башкирэнерго” йәмғиәте Күмертау электр селтәрҙәре директоры Анатолий Филатов, “Акрополь” йәмғиәте директоры Хәйҙәр Гайсин да ҡатнашты.


Андрей Анатольевич эштәрендәге төп йүнәлеште билдәләп, яңы клиент офисының заман талаптарына яуап биреүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Гайса Янбаев район үҙәгендә халыҡты тейешле кимәлдә хеҙмәтләндереү өсөн яңы, уңайлы шарттар булдырылған объект төҙөү кәрәк тип тапҡан компанияға, төҙөлөш эштәрен атҡарыусы Хәйҙәр Гайсинға оло рәхмәтен еткерҙе.

Компания етәксеһе һәм район хакимиәте башлығы ҡыҙыл таҫманы ҡырҡыу миссияһын башҡарғас, “Башэлектросбыт” компанияһының Күгәрсен клиенттар офисы начальнигы Сергей Федоров яңы асылған объектҡа бәләкәс сәйәхәт ойошторҙо. Ысынлап та, бында ғаиләһе менән килгән кешеләргә балалар мөйөшө, физик мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн дә ыңғай шарттар булдырылған.


Физик шәхестәрҙе хеҙмәтләндереү өсөн 3 тәҙрә, юридик шәхестәр өсөн айырым тәҙрә эшләйәсәк. Эшсәндәр коллективы элеккесә – 7 кешенән тора, дүшәмбенән йомаға тиклем эш көндәре, ике көн ял. Шулай уҡ бында халыҡҡа юғары сифатлы электр тәғәйенешле тауарҙар һатып алырға мөмкин. Компанияның шәхси сайтына инеп (bashesk.ru), электр энергияһына еңел генә түләү, виртуаль ҡабул итеү бүлмәһенә мөрәжәғәт итеп үҙегеҙҙе борсоған һорауға яуап алыу мөмкинлеге лә бар.


Яңыраҡ ҡына теркәүһеҙ-ниһеҙ, килешеүҙең номеры буйынса ғына электр уты өсөн түләү сервисы ла асылған. Тантаналы сараға килеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр өләшеп тә һөйөндөрҙөләр.

Ысынлап та, халыҡты хеҙмәтләндереүҙе камиллаштырыу – заман талабы. Тик заман артынан ҡыуып, түләүҙәргә хаҡтар ғына йәшен тиҙлегендә артмай торһон ине...

Гөлшат ВӘЛИЕВА.

Азамат Ғәҙелшин фотоһы.
Читайте нас: