Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
18 Ноябрь 2018, 14:42

2019 йылдың 1 ғинуарынан баҡсасыларҙы ниндәй үҙгәрештәр көтә – Башҡортостан буйынса «Росреестр»


Фото: Мирон Доровских

ӨФӨ, 2018 йыл, 15 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.
«Росреестр»ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы вәкилдәре «Башинформ» агентлығындағы матбуғат конференцияһында журналистарға 2019 йылдың 1 ғинуарынан халыҡта «дача конституция»һы тип йөрөтөлгән 217-се федераль закон үҙ көсөнә ингәндән һуң баҡсасыларҙы ниндәй үҙгәрештәр көтөүе хаҡында һөйләне. «Росреестр»ҙың һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, республикала баҡса участкаларында урынлашҡан 9 меңдән ашыу йорт теркәлгән. Ошо ер участкаларына теркәлгән хоҡуҡтар — 130 меңдән ашыу.
Баҡсасылар өсөн иң мөһим яңылыҡтарҙың береһе – 2019 йылдың 1 ғинуарынан баҡса участкаһында торлаҡ йорт һалыу мөмкинлеге.
Бынан тыш, яңы закон баҡса йортон йәшәргә яраҡлы тип таныуҙы ла билдәләне.
«Әлегә баҡса йортон йәшәргә яраҡлы тип таныу, прописка алыу өсөн судҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк, сөнки яңы тәртип билдәләнмәгән. 1 ғинуарҙан закон баҡса йортон торлаҡ категорияһына күсереү мөмкинлеген күҙ уңында тота. Йыл аҙағына тиклем хөкүмәт Рәсәйҙең Төҙөлөш министрлығы әҙерләгән яңы тәртипте раҫлар һәм ул ғәмәлгә инер тип ышанабыҙ», — тип белдерҙе журналистарға «Росреестр»ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Вәсилә Нурғәлиева.
Баҡса участкаһында йорттан тыш, мунса, һарай, гараж, мөгәрәп һәм башҡа хужалыҡ ҡаралтылары төҙөргә рөхсәт ителә, ләкин улар күсемһеҙ объект тип иҫәпләнмәй. Баҡсасылар ошо участкала милек хоҡуғын рәсмиләштерә алмай.
«Йорт һалыуға рөхсәт алыу талап ителмәй, был хаҡта вәкиллекле органға хәбәр итеү ҙә етә. Миҫал өсөн, Өфөлә был ҡала төҙөлөшө контроле бүлеге, — тип асыҡлыҡ индерҙе «Росреестр»ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы. — Төҙөлөштө башлау тураһында белдереү ҡағыҙы ебәреү – хеҙмәт бушлай. Белдереү ҡағыҙының формаһын Рәсәйҙең Төҙөлөш, Иҡтисади үҫеш министрлыҡтары раҫлаған. Ете эш көнө дауамында ошо белдереү ҡағыҙы менән ебәрелгән документтар тикшерелә. Тикшереү йомғаҡтары буйынса планлаштырылған объекттың тура килеүе йәки килмәүе хаҡында белдереү ҡағыҙы бирелә. Икенсе осраҡта төҙөлөш башланғансы барлыҡ иҫкәрмәләрҙе бөтөрөргә кәрәк».
«Дача конституция»һы 2019 йылдың 1 ғинуарынан коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәрен ойошторорға мөмкинлек бирә. 2019 йылдың 1 ғинуарына тиклем булдырылған коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙы үҙгәртеп ҡороу талап ителмәй.
«Баҡса участкаларында урынлашҡан йәшәргә яраҡһыҙ йорттар һәм ҡаралтылар яңы йылдан автоматик рәүештә баҡса йорттары тип иҫәпләнә. Документтарҙы алмаштырырға кәрәкмәй. Документтарҙы алмаштырыу өй хужаһының теләге буйынса башҡарыла», — тине «Росреестр»ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы вәкиле Вәсилә Нурғәлиева.

Читайте нас: