Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
21 Сентябрь 2018, 14:10

Көнбағыш өлгөрҙө

- Ҡарағыҙ, “Енисей” сортлы көнбағышты ниндәй ҡеүәтле “Дон-1500” комбайны урып йыя, - ти ғорурлыҡ менән “Иртөбәк”агрофирмаһы етәксеһе Олег Николаев. – Ә бит ул беҙ һатып алғансы уҡ бер нисә йыл ҡулланылышта булған, әммә оҫта ҡуллы механизаторыбыҙ Руслан Ихсанов тырышлығы менән ул өр-яңы төҫ алды.

Ул уны тулыһынса йыйҙы, яңы деталдәр өҫтәне (өҫтәмә көҙгөләр, яҡтылыҡ ҡайтарғыс фарҙар, баҫҡыс ҡуйҙы), буяны. Хәҙер техника боҙолмай ғына хеҙмәт итә.

Баҫыу корабле янында “КамАЗ” да күренә, был машинала әҙер продукцияны хеҙмәт ветераны Александр Квашенников ташый.
Йыраҡ түгел ерҙә янғын һүндереү машинаһы тора – ғәҙәттән тыш осраҡ тыуа ҡалһа, Игорь Николаев шул уҡ минутта килеп етергә әҙер.

Комбайн артынса ҡеүәтле “К-700” килә, уны ауыҙлыҡлаған Азамат Әлмөхәмәтов ерҙе 15 см тәрәнлеккә тиклем эшкәртә.

Күрше баҫыуҙа Владимир Паршин да үҙенсәлекле һабан тағылған “К-701” тракторында ерҙе сәсеүгә әҙерләй.

- Ә бында иң алдынғы тракторсыбыҙ Владимир Харламов эш менән мәшғүл. Уның “К-701” тракторынан һуң ер мамаыҡ кеүек булып ҡала. Эшкә ул бар күңелен һала, - ти Олег Геннадиевич.

Анатолий КАЗАКОВ.
Автор фотоһы.

Читайте нас: