Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
13 Сентябрь 2018, 17:16

“Икенсе икмәк” йыйыу башланды

“Тәүәкән” йәмғиәте баҫыуҙарында картуф ҡаҙыу башланды. Әлеге мәлдә 25 гектар майҙанда “икенсе икмәк”тең уҙған йыл Һамар өлкәһенән алып ҡайтылған “Родриго” сортлыһы ҡаҙыла. Иң тәүгеләрҙән булып үҙенең Голландияла сығарылған “ЛБР” комбайнлы “Джон Дир” тракторында тәжрибәле механизатор Ринат Ташбулатов (һүрәттә) эшкә тотондо. Уға ағалы-ҡустылы Абдулхай һәм Хөсәйен Булатовтар ярҙам итә, Алик Хәкимов иһә “ЗИЛ-554” машинаһында йәшелсә һаҡлағысҡа ташып тора. Бында эш тамамланғас, күрше баҫыуҙа 32 гектар майҙан биләгән “Гала” сортлы картуфты ҡаҙыу башланасаҡ.

“Тәүәкән” йәмғиәте баҫыуҙарында картуф ҡаҙыу башланды. Әлеге мәлдә 25 гектар майҙанда “икенсе икмәк”тең уҙған йыл Һамар өлкәһенән алып ҡайтылған “Родриго” сортлыһы ҡаҙыла. Иң тәүгеләрҙән булып үҙенең Голландияла сығарылған “ЛБР” комбайнлы “Джон Дир” тракторында тәжрибәле механизатор Ринат Ташбулатов (һүрәттә) эшкә тотондо.

Уға ағалы-ҡустылы Абдулхай һәм Хөсәйен Булатовтар ярҙам итә, Алик Хәкимов иһә “ЗИЛ-554” машинаһында йәшелсә һаҡлағысҡа ташып тора.


Бында эш тамамланғас, күрше баҫыуҙа 32 гектар майҙан биләгән “Гала” сортлы картуфты ҡаҙыу башланасаҡ.

Йәшелсәне ҡышҡылыҡҡа һаҡлау урынында уңышты аҙыҡ һәм орлоҡҡа айырыу бара. Бында картуф үҫтереү буйынса агроном Флорида Ғөбәйҙуллина етәкселегендә Эльвира һәм Айгөл Ғафаровалар, Гөлйемеш , Рафаэль һәм Рәхимйән Бикмөхәмәтовтар, Гөлдәр Иманбаева, Роза Булатова, Елена Рулева, Айгөл һәм Илдус Ҡаразбаевтар тир түгә.

Плантацияларҙа эш ҡыҙыу бара, тимәк, тиҙҙән һатып алыусылар яңы картуф алып ҡыуанасаҡ.

Анатолий КАЗАКОВ.

Автор фотолары.
Читайте нас: