Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
13 Сентябрь 2018, 13:19

Игенселәр өсөн яуаплы мәл

“Тәүәкән” йәмғиәтенең Волостновка бригадаһында, тап ауыл уртаһында, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, “КамАЗ” машинаһы водителе Нурмөхәмәт Әбдрәхимовты тап иттек.

“Тәүәкән” йәмғиәтенең Волостновка бригадаһында, тап ауыл уртаһында, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, “КамАЗ” машинаһы водителе Нурмөхәмәт Әбдрәхимовты тап иттек.
- Иген урыусы комбайндар янына баҫыуға ашығам, - тине ул “тимер ат”ын туҡтатҡас. – Өс агрегаттан келәткә игенде тиҙерәк ташыр өсөн машинаға тағылма тағып алдым. Егеттәрҙең эше минең арҡала туҡталып тормаһын, тинем. Бында алдынғылар тир түгә, улар өсөн урып-йыйыу барышы – иң яуаплы мәл.

Ысынлап та, был көндө “Челенджер” исемле баҫыу караптарын ауыҙлыҡлаған Ришат Раҫмөхәмәтов, Әнүәр Ғәббәсов, Ишбулат Шаһивәлиев ашлыҡ һуғыу буйынса районда алдынғылар рәтенә инә. Үҙҙәренә беркетелгән участкаларҙа тиҙ, сифатлы эшләйҙәр һәм яҡшы һөҙөмтәләргә ирешәләр.

Волостновка ырҙын табағында ла яңы уңышҡа хужаларса ҡарайҙар. Машинист Юрий Столяров килтерелгән ярауай игенде “ЗАВ” агрегатында ентекле эшкәртә. “МТЗ-82” тракторында эшләүсе тәжрибәле механизатор Юлай Үҙәнбаев (һүрәттә) уны тейәһә, Александр Гудков ташыу эшен башҡара.

Яңы уңыштың һәр килограмын ырҙын мөдире Галина Малуева (ул шулай уҡ заправкалаусы ла) ентекле теркәй бара, уның тормош иптәше - Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, үлсәүсе, токарь, тимерсе, кәрәк саҡта алыштырғыһыҙ баҡырсы Сергей ҙа ошонда тир түгә.
Бында һәр кем үҙенең бурыстарын яҡшы белә һәм уларҙы ҡәтғи үтәй. Әйткәндәй, бригада районда тәүгеләрҙән булып үҙенең пайсыларына (улар иһә 320 кеше) килешеү шарттары буйынса иген биреп бөтөп бара.
Сәсеү кампанияһы ла дауам итә. Механизатор Андрей Хренов менән Михаил Агарков “Джон Дир” тракторҙарында 250 гектар майҙанда ҡышлау иген сәскән. Хәҙер инде киләһе йыл яҡшы уңышҡа өмөт итергә генә ҡала.

Анатолий КАЗАКОВ.

Автор фотолары.
Читайте нас: