ӨФӨ, 2018 йыл, 20 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Станислав Шахов/.
Башҡортостанда Шүлгәнташҡа тиклем юл һалырға тейешле компанияны һайлап алыу аукционы тамамланды. Унда «Башкиравтодор» ғына ҡатнашты. Быйыл һәм киләһе йылда ул Иҫке Собханғолдан алып мәмерйә боролошона тиклем 11 саҡрымлыҡ юлға асфальт түшәй.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығына Башҡортостандың Бөрйән районы башлығы Рөстәм Шәрипов һөйләүенсә, эштәрҙең дөйөм хаҡы 232 миллион һум тәшкил итә, аҡса республика ҡаҙнаһынан бүленә. Быйыл ошо сумманың яҡынса 50 миллион һумын тотоноу һәм трассаның биш саҡрымына асфальт түшәү күҙаллана.
Бер йыл элек эштәрҙең хаҡы 120 миллион һумға баһаланғайны. Сифатлы юл мәмерйәгә туристар ағымын бер ярым тапҡырға арттырырға тейеш тип фаразлана. Трассанан һуң биш саҡрымлыҡ участканы ремонтлауға яңы аукцион иғлан ителә. Беҙҙең мәғлүмәткә ярашлы, серпантин булған юл участкаһында хәүефле мөйөштәр бөтөрөлә. Бынан тыш, әле ҡурсаулыҡ етәкселеге менән килешелә, сөнки юл ошо биләмәнән үтә. Был участкалағы эштәрҙең хаҡы проектлау тамамланғас билдәле була.