Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
20 Август 2018, 23:13

Табындарҙы биҙәһен тик башҡорт балы!

Умартасылыҡ – борон-борондан килгән халҡыбыҙҙың яратҡан шөғөлө. Әммә уны кәсеп итеп алып, йәиһә йәшәү рәүешенә, үҙенең яратҡан һөнәренә әүерелдереүселәрҙән бал ҡортондай егәрлелек талап ителеүе һәр кемгә мәғлүм. Ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған мираҫты һаҡлап, башҡорт ҡорто тоҡомон үрсетеү, башҡорт балының сифатын арттырыуға тиңһеҙ өлөш индереүҙә Бикбулат ауылы уңғандарының хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. 2013 йылдан Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгенең Күгәрсен районындағы фәнни-тәжрибә станцияһы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Кинйәбаева Кәримә Шәрифйән ҡыҙы ла – тап шуларҙың береһе.

Умартасылыҡ – борон-борондан килгән халҡыбыҙҙың яратҡан шөғөлө. Әммә уны кәсеп итеп алып, йәиһә йәшәү рәүешенә, үҙенең яратҡан һөнәренә әүерелдереүселәрҙән бал ҡортондай егәрлелек талап ителеүе һәр кемгә мәғлүм. Ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған мираҫты һаҡлап, башҡорт ҡорто тоҡомон үрсетеү, башҡорт балының сифатын арттырыуға тиңһеҙ өлөш индереүҙә Бикбулат ауылы уңғандарының хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. 2013 йылдан Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгенең Күгәрсен районындағы фәнни-тәжрибә станцияһы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Кинйәбаева Кәримә Шәрифйән ҡыҙы ла – тап шуларҙың береһе.
1989 йылда институтты тамамлағас, башҡа өлкәләрҙә эшләргә тура килһә лә, Кәримә Шәрифйән ҡыҙы бала саҡ хыялынан баш тартмай. 2005 йылда урындағы Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгенең Күгәрсен районындағы станцияһында әйҙәүсе белгес булып эш башлай, артабан уны станцияның етәксеһе итеп ҡуялар.
- Үҙем һайлап алған һөнәр, яратҡан эшем булғас, һис ауырлығын тоймайым, - ти ул. – Әлеге ваҡытта Бикбулат ауылында 300 баш умарта бар. Илнур Тимербаев һәм Илмир Ишаев кеүек береһенән-береһе ярҙамсыл, егәрле егеттәр эшемдә ҙур ярҙамсы. Апаруҡ тәжрибә туплап өлгөргән эшсәндәр үҙ һөнәренә етди ҡарай, үҙ-ара кәңәшләшеп, татыу эшләйбеҙ. Беҙҙең хеҙмәттән генә түгел, ҡорттарҙың кәйефе, эшсәнлеге тәбиғәт шарттарына ныҡ бәйле. Ҡортсолоҡ өсөн быйыл яҙ ауыр килде, баллы үҫентеләр һуңлап сәскә атты. Шуға ҡарамаҫтан, сәскә балы апаруҡ сыҡты, бал айыртыу эше тамамланмаһа ла, хеҙмәтебеҙҙең һөҙөмтәһенән ҡәнәғәтбеҙ, тип әйтә алабыҙ. Йәйҙәр үтеү менән ҡышлау мәсьәләһе тора, алдағы ҡыштарҙы ла иҫән-имен сығырбыҙ, тигән өмөттә ҡалабыҙ.

- Һәр өлкәнең үҙ проблемалары, умартасылыҡты ла хәҙерге заман елдәре ситләтеп үтмәйҙер?
- Беҙҙең төп бурыс – халыҡты башҡорт тоҡомло ҡорттар менән тәьмин итеү. Институтта уҡығанда һәр төбәк үҙенең бал ҡортон үрсетеү яҡлы булырға тейеш тип йыш ҡабатлайҙар ине. Бөгөн ҡортсолоҡ менән шөғөлләнгән шәхси эшҡыуарҙар быны аңлап еткермәйҙәр, арзан хаҡына ҡыҙығып, сит яҡтарҙан алып килгән тоҡомдарҙы һатып алалар. Башҡорт ҡорто беҙҙең яҡҡа, урындағы тәбиғәткә яраҡлашҡан, ә йылы яҡ алып килгәндәр бер миҙгел эшләй, ҡышты үткәрә алмайҙар. Ана шул тоҡомдарҙы бутау арҡаһында, фәнниә тел менән әйткәндә метизация һөҙөмтәһендә ҡорттарҙың иммунитеттары ҡаҡшай. Был күренеш бөжәктәр араһында вируслы сирҙәрҙең артыуына ла булышлыҡ итә. Төрлө ауырыуҙарға ҡаршы дарыуҙар бар барлыҡҡа, беҙ үҙебеҙҙең ҡарамаҡтағы ҡорттарҙы дауалап алабыҙ, әммә был өлкәлә белеме булмаған эшҡыуарҙар быны белеп бөтөрмәй. Шуға күрә хөкүмәт тарафынан ниндәйҙер сикләүҙәр булмаған осраҡта, үҙебеҙҙең таҙа башҡорт ҡорто тоҡомона хәүеф янай, ябай ҡортсолар ҙа бер миҙгеллек килемгә ҡыҙығып, дөйөм ҡортсолоҡҡа зыян килтермәһен ине. Әйткәндәй, урындағы тоҡомдо һаҡлап ҡалыу ниәте менән беҙҙең ойошманың директоры Әмир Ишемғолов киләсәктә “Мораҙым” паркында аталандырыу пунктын асырға планлаштыра. Тағы ла бер киҫкен мәсьәлә – һуңғы 3-4 йылда беҙҙең йүкәлектәргә ҡорт төшә һәм бал ҡорттарына шифалы йүкә балын “етештереү”гә мөмкинлек бирмәй. Дауалауҙы ойоштороу мөмкиндер ҙә бит. Йүкәлектәрҙе кешегә “делянка”ға биреү ҙә умартасылар өсөн ҡыуаныслы хәл түгел, иң татлы бал биреүсе ағасты ҡырҡыу тыйылырға тейеш, минеңсә.

Күгәрсен балына килгәндә, ҡорттарыбыҙ шифалы матдәне күпселек болон сәскәләренән, көнбағыштан, ҡарабойҙайҙан йыя,беҙҙең яҡ балы экологик яҡтан таҙа, юғары сифатлы, һәр ваҡыт ҙур ихтыяж менән файҙалана.

Эйе, Кәримә Шәрифйән ҡыҙы менән әңгәмәләшкәс, ҡортсолоҡтоң ысынлап та мауыҡтырғыс, күп яҡлы һөнәр икәненә инанаһың, ул әйткән фәһемле һүҙҙәр, кәңәштәргә, бәлки, умартасылар, урман хужалығы етәкселеге лә ҡолаҡ һалыр. Әйткәндәй, булдыҡлы ағаларынан умартасылыҡ һөнәренең серҙәренә төшөнөп, баллы шөғөлдө артабан үҙенең йәшәү рәүешенә әйләндереүсе бай тәжрибәле оҫта Мәләүез күп профилле һөнәрселек колледжының Мораҡ филиалында буласаҡ умартасыларға белем бирә. Уның уҡыусыларынан да үҙе кеүек үк башҡорт тоҡомо өсөн йән атыусы, башҡорт балының данын сит тарафтарға таратыусы эшһөйәр һәм илһөйәр ғәҙел умартасылар сығыуына һис шигебеҙ юҡ.

Гөлшат ВӘЛИЕВА.

Азамат ҒӘҘЕЛШИН фотолары.
Читайте нас: